

Ата-бабаларынан башлап, әлеге көнгә тиклем Талиповтарҙың һәр быуыны ил һағында тороуҙы ғорурлыҡ тип һанаған. Ике тиҫтә йылдан артыҡ “Балтач таңнары” район гәзитендә фотохәбәрсе булып эшләгән Ғәзим Талипов үҙе 1982-1984 йылдарҙа Йыраҡ Көнсығышта космик ғәскәрҙәрҙә хеҙмәт иткән. Улы Вадим — 2011-2012 йылдарҙа Смоленск ҡалаһында элемтә ғәскәрҙәрендә, ә ҡустыһы Ринат Венгрияла автомобиль ғәскәрҙәрендә Ватан алдындағы изге бурысын үтәгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул йәшләй вафат була.
Ғәзим Талиповтың әсәһе яғынан олатаһы Тимерхан Сафа улы Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашып, тыуған еренә иҫән-имен әйләнеп ҡайта. Ә уның кейәүе Малик Талип улы, йәғни Ғәзим ағайҙың атаһы, 1957-1962 йылдарҙа Ҡаҙағстанда төҙөлөш ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә.
Ғәзим ағай атаһының хеҙмәт йылдарын һөйләгәнен иҫләй. Уның һөйләүе буйынса, Малик Талип улы армия йылдарында “Байконур” космодромын төҙөүҙә ҡатнашҡан.
Атайым ул йылдарҙы йылы хистәр менән иҫкә ала ине. Ул 1961 йылда Юрий Гагариндың беренсе тапҡыр космосҡа осоуын ҡарап торған. Уйлап ҡараһаң, ябай ауыл егете ошондай мөһим объектты төҙөүҙә ҡатнашҡан һәм Гагариндың космосҡа осоп киткәнен күргән, — тип оло ғорурлыҡ менән һөйләй Ғәзим Талипов.
Атаһының һөйләүе буйынса, Юрий Гагариндың осоуын улар йыраҡ түгел аранан, ҡалын тимер һәм тәҙрәләрҙән төҙөлгән махсус ҡоролмаларҙан ҡарап торған.
Атайым “Байконур”ҙы төҙөүҙә ҡатнашҡан, ә мин космик ғәскәрҙәрҙә хеҙмәт иттем. Космонавтика көнө беҙҙең ғаиләлә ҙур байрам һанала. Әйткәндәй, был көн минең тыуған көнөм дә, — тип йылмая мәҡәләм геройы.
Әйткәндәй, Ғәзим Талипов “Балтач таңнары” район гәзитендә 2000 йылдан башлап фотохәбәрсе булып эшләй. Намыҫлы һәм һөҙөмтәле хеҙмәте өсөн бихисап Рәхмәт хаттары һәм грамоталар менән бүләкләнә.
Ғәзим Малик улы үҙенең объективы аша райондың үткәнен, бөгөнгөһөн, тарихи мөһим ваҡиғаларын, ауылдарҙың үҫеш баҫҡыстарын, күренекле шәхестәрен, татыу ғаиләләрен, хеҙмәт алдынғыларын һәм көндәлек тормошоноң матур миҙгелдәрен һаҡлап ҡала. Уның һәр бер фотоһүрәте – ул райондың үткәненә бер ҡараш, киләсәк быуындарға мираҫ булып ҡаласаҡ бай визуаль хазина.
Фирғәт Нәбиуллин.
Балтас районы.