Марат Ниғәмәтулла улы 1982 йылда Абдулла ауылында күп балалы ғаиләлә тыуа. Урындағы урта мәктәпте тамамлағас, Асҡын һөнәрселек-техник училищеһында белем ала.
2000 йылда яҡташыбыҙ армияға саҡырыла. Ике йыл Чечен Республикаһында зенит артиллерияһында хеҙмәт итә.
Армиянан ҡайтҡас, Марат Ғәйнетдинов махсуслаштырылған курстар үтеп, тәүҙә Сорғот, һуңынан Екатеринбург ҡалаларында вахта ысулы менән водитель булып эшләй.
2022 йылда өлөшләтә мобилизация иғлан ителгәс, Марат Ниғәмәтулла улы Тыуған ил именлеге, яҡты киләсәк хаҡына Ватанды һаҡларға юлланырға ниәтләй. Тик ул саҡта уны ғаиләһе тотоп ҡала. Ике йыл үткәс, илһөйәр яҡташыбыҙ барыбер ниәтен тормошҡа ашыра. Үҙенең ҡарары тураһында бер кемгә лә әйтмәй. Башта контрактҡа ҡул ҡуя, шунан ғына иң яҡын кешеләре — ҡатыны һәм ағалары менән һөйләшә. Тормош иптәше Сирена Нәфил ҡыҙы һәм улы ныҡ борсолоп, өҙгөләнһә лә, ғәзиз кешеләренең ҡарарын ҡабул итә.
— Ир-ат яҙмышын үҙе хәл итә. Әгәр йөрәге ошолай ҡушҡан икән, уны кире ҡағыуҙан файҙа юҡ, сөнки ул барыбер үҙенсә эшләйәсәк, — ти иренең ҡарарын ҡабул иткән Сирена Нәфил ҡыҙы.
“Көнсығыш” позывнойлы яҡташыбыҙ Донецк өлкәһендә 228-се мотоуҡсылар полкында хеҙмәт итә. Марат Ниғәмәтулла улы, үҙ иленә файҙалы була алыуын аңлап, алғы һыҙыҡҡа сыға.
- Беҙҙең бурыс тораҡ пункттарҙы яулап алыу һәм һыҙыҡты тотоу ине. Әгәр дошман үтеп инергә ҡарар итһә, уны ҡаршылайбыҙ һәм яуап бирәбеҙ. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар илһөйәрлек һәм батырлыҡтың йәшәү рәүешенә әйләнгәнен эш-ғәмәлдәре менән көн һайын иҫбатлай, — тип һөйләне райондашыбыҙ.
«Көнсығыш» әйтеүенсә, яугирҙар район һәм республика халҡынан килгән гуманитар ярҙамды, шул иҫәптән балалар яҙған хаттарҙы һәм открыткаларҙы ла алып тора. Шундай мәлдәрҙә үҙеңдә көс һәм Еңеүгә ышаныс артҡанын тояһың, күңелдәр йылылыҡ менән тула.
Яҡташыбыҙ яуҙағы һалдат дуҫлығының айырыуса көслө булыуын билдәләне.
— Яу яланында ауырлыҡтар, юғалтыуҙар һәм һынауҙар эсендә тыуған дуҫлыҡ — иң ҡәҙерле нәмә, ғәжәйеп көс. Бер-береңә, ниндәй милләттән булыуына ҡарамаҫтан, “ туған” тип өндәшәһең. Кәрәк икән, иптәшеңде, илде ҡотҡарыу өсөн беренсе утты үҙеңә алырға әҙерһең. Барыһы ла ышана: Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ! — ти ул.
2025 йылдың июнь аҙағында ҡаты алыш ваҡытында Марат Ниғәмәтулла улы ауыр яралана: минаға баҫа, уның ярсыҡтары бөтә тәне буйлап тарала һәм уң аяғына етди зыян килтерә. Бар көсөн йыйып, иптәштәре килеп алғансы, беренсе ярҙамды күрһәтә, яраларын бинт менән бәйләй... Бер аҙ ваҡыт үткәндән һуң, хәрби дуҫтары ҡотҡара. Әстрәхән ҡалаһындағы госпиталдә бер ай дауаланғас, тыуған яҡтарына ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайта. Киренән алғы һыҙыҡҡа китә, тик тәрән яра уға тиҙ генә төҙәлергә бирмәй. Медицина комиссияһы ҡарары буйынса Марат Ғәйнетдинов күптән түгел демобилизациялана.
Махсус хәрби операцияла булғандан һуң тормош ҡиммәттәре ныҡ үҙгәрә. Ғаилә тураһында ла икенсе төрлө уйлайһың. Элек иғтибар итмәгән тормош ваҡ-төйәктәрен дә ҡәҙерләй башлайһың, — ти яҡташыбыҙ.
Марат Ниғәмәтулла улы Тыуған илгә, туған телгә, йәшәгән ереңә һөйөү һәм һаҡсыл ҡараш тәрбиәләгән ата-әсәһенә лә рәхмәтле. Сөнки нәҡ ошо төшөнсәләр кешене көслө, рухлы һәм кәрәк саҡта түҙемле итә, ти ул.
Сирена Нәфил ҡыҙы ла һөйөклө ире тураһында оло хөрмәт менән яратып һөйләй, уның ышаныслы терәге һәм таянысы булып тора. Үҫеп килгән улдарында тик яҡшы сифаттарҙы тәрбиәләргә тырыша хәстәрлекле ата-әсә.
Тыуған илебеҙ именлеген һаҡлауға лайыҡлы өлөш индергән Ғәйнетдиновтарға бәхетле тормош, ғаилә башлығына тиҙерәк һауығыуын теләйбеҙ. Иң ҙур теләк — бөтә яугирҙар Еңеү менән тиҙерәк әләнеп ҡайтһын!
Марат Бүләков.
Ҡариҙел районы.