Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
20 Февраль , 07:17

Ҡунаҡсыл төркмән ҡыҙы

Ләйлә Таджиморадова рус, төркмән, башҡорт телендә китаптар уҡырға, пианинола уйнарға ярата.

Ҡунаҡсыл төркмән ҡыҙыҠунаҡсыл төркмән ҡыҙы
Ҡунаҡсыл төркмән ҡыҙы

Ләйлә Таджиморадова — төркмән ҡыҙы. Ләйлә Азад ҡыҙы Төркмәнстандың төньяғында урынлашҡан Дашогуз ҡалаһында тыуып үҫә. Бәләкәй сағында ҡурсаҡтары менән уҡытыусы булып уйнарға ярата. Бала саҡ хыялын торомошҡа ашырып, 2025 йылда ике туған апаһы кәңәше буйынса Өфө фән һәм технологиялар университетының Бөрө филиалы филология һәм мәҙәниәт-ара коммуникациялар факультетына уҡырға инә. Ата-әсәһе уның был ҡарарын яҡшы ҡабул итһә лә, ҡыҙҙарын сит илгә сығарып ебәреүе еңел булмай.
Бөтә борсолоуҙар артта ҡала, аралашыусан ҡыҙ тиҙ арала дуҫтар таба, ятаҡта урынлашыу менән уға күрше ҡыҙҙары ҡала буйынса экскурсия үткәрә. Үҙе лә бәләкәй ҡалала тыуып үҫкәс, Бөрө үҙенең тыныслығы, бер ритмда тормош барыуы менән күңелен тиҙ арала яулай.
Буш ваҡытында Ләйлә инглиз телен өйрәнә. Рус, төркмән, башҡорт телендә китаптар уҡый, пианинола уйнай. Киләсәктә тыуған иленә ҡайтып, уҡыусыларға инглиз теле серҙәрен асырға теләй.
“Һәр кеше үҙ туған телен белергә, өйрәнергә, һөйләшергә, аралашырға тейеш. Атай менән әсәй өйҙә әсә телендә һөйләшһә, бала уны кескәй саҡтан үҙ итә, ярата, күңеленә һеңдерә. Шул саҡта ғына туған телде һаҡлап ҡалырға мөмкин. Төрлө телдәрҙә йәнһүрәттәр ҡарарға яратам. Төркмән мәҙәниәте менән дә ҡыҙыҡһынам. Милли байрамдарҙы һәм ризыҡтарҙы үҙ итәм. Төп йола — ололарҙы хөрмәт итеү. Төркмән халҡы бик ҡунаҡсыл. Һәр килгән ҡунаҡты «Hoş geldiňiz!» ("Рәхим итегеҙ!") тип ҡаршы алалар, күстәнәстәр биреп оҙатып ҡалалар. Өҫтәлдә төп урынды палов (былау) һәм дограма – бишбармаҡтың бер төрө ала”, — тип уй-фекерҙәре менән бүлешеп, милли йолалары менән дә ҡыҫҡаса таныштырҙы ул.

Аделина Шәмсиева.

Бөрө ҡалаһы.

Ҡунаҡсыл төркмән ҡыҙы
Ҡунаҡсыл төркмән ҡыҙы
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас