Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
20 Февраль , 07:10

Ике телде лә яҡшы белә

Валерия Ибаева Өфө фән һәм технологиялар университетының Бөрө филиалында филология һәм мәҙәниәт-ара коммуникациялар факультетында «Башҡорт теле һәм башҡорт әҙәбиәте, рус теле һәм рус әҙәбиәте» белгеслеге буйынса 4-се курста белем ала.

Ике телде лә  яҡшы беләИке телде лә  яҡшы белә
Ике телде лә яҡшы белә

Ул Борай районы Нарыш ауылында Инна һәм Зәбир Ибаевтар ғаиләһендә тыуа. Атаһы — Ҡыр йылан ырыуы башҡорто, ә әсәһе — милләте буйынса мари. Валерия ике телде лә яҡшы белһә лә, күпселек осраҡта ғаиләлә башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында аралашалар. Телһөйәр ҡыҙ үҙ телмәрен мари һүҙҙәре менән байытырға тырыша.
Валерия бишенсе класҡа тиклем — Иҫке Бикмәт ауылында, һуңынан Борай 1-се урта мәктәбендә уҡый. Телһөйәр ҡыҙ башҡорт теленән район олимпиадаһында ҡатнашып, беренсе урын яулай, ә Өфөлә уҙған төбәк-ара этапта призер була.
Башҡорт телен тәрәнерәк өйрәнеү маҡсаты менән 2021 йылда Өфө фән һәм технологиялар университетының Бөрө филиалына уҡырға инә. Студент тормошо уға бик оҡшай. Буш ваҡытында китап уҡырға ярата. Мәҫәлән, рус классиктарынан тыш, мари яҙыусыһы Александр Юзыкайндың «Дубравы» тигән романы мари халҡының үҙенсәлекле традициялары, ғөрөф-ғәҙәттәре тураһында бай мәғлүмәт биреүе менән йәлеп итә уны.
Уңған, тырыш ҡыҙ фәнни йүнәлештә лә һынатмай. «Мәктәптә һәм юғары уҡыу йортонда фән» тигән фәнни конференцияла ҡатнаша. Ул Миләүшә Ҡаһарманованың «Салауат тоҡомо» тигән повесын уҡып, мәҡәлә яҙа.
Асыҡ йөҙлө, кешеләр менән аралашырға яратҡан Валерия факультет сиктәрендә үткән сараларҙа ирекмән булараҡ та әүҙем ҡатнаша.
Валерия – әүҙем һәм талантлы ҡыҙ. Диплом алғас, уҡыуын магистратурала дауам итергә уйлай.

Аделина Шәмсиева.

Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас