Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
20 Февраль , 22:13

Халыҡ-ара туған телдәр көнө менән!

Бөгөн, 21 февралдә, Халыҡ-ара туған телдәр көнө билдәләнә. Уның төп маҡсаты – мәҙәни төрлөлөктө һәм юғалып барған телдәрҙе һаҡлауға булышлыҡ итеү. 

Халыҡ-ара туған телдәр көнө менән!
Халыҡ-ара туған телдәр көнө менән!

Был датаны булдырыу идеяһы хәҙерге Бангладешта, ә ул саҡта Көнсығыш Пакистанда, 1952 йылдың ошо көнөндә булған фажиғәле хәлдәргә бәйле – үҙҙәренең туған бенгал телен яҡлап сыҡҡан бер нисә йәш кеше һәләк була. Тап уларҙың иҫтәлегенә 2000 йылдан алып 21 февралдә бөтә планетала туған телдәр көнөн билдәләйҙәр.

2026 йылға донъяла нисә тел бар, тигән һорауға яһалма зиһен, 7159 тел, тип яуап ҡайтарҙы. Ә бит 2024 йылда ғына әле Ер йөҙөндә 7164 тел бар, тип иҫәпләнгән булған...

Хәҙерге заманда юғалып барған телдәрҙе һаҡлау мәсьәләһе айырыуса көнүҙәк. Халыҡтар бер ерҙән икенсеһенә күсә, унан урындағыларҙың телен, ғөрөф-ғәҙәттәрен һеңдерә, йәғни ассимиляцияға дусар була. Киләһе быуындар туған телен, халҡының мәҙәниәте тураһында торған һайын әҙерәк белә. Ни өсөн тигәндә, ерле халыҡтың телендә һөйләшеү башҡа милләт вәкилдәренә күп уңайлыҡ, мөмкинлектәр тыуҙыра, мәҫәлән, белем алыуға, карьера төҙөүгә юлдар аса. Әйткәндәй, интернеттағы мәғлүмәттәргә ҡарағанда, Ер шарында иң таралған телдәр – ҡытай, һинд (хинди), инглиз, испан, ғәрәп, рус һәм португал. Был күрһәткес ошо телдәрҙә көндәлек тормошта аралашҡан кешеләр һанынан сығып иҫәпләнгән.

2022 йылда Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы Генассамблеяһы Аҫаба халыҡтар телдәренең халыҡ-ара ун йыллығын башланы. Беҙҙең илдә лә 2026 йыл Рәсәй халыҡтарының берҙәмлек йылы тип иғлан ителде. Был бер ҙә юҡтан түгел, ә илебеҙ халыҡтарының мәҙәниәтен, – ә тел ул милли мәҙәниәттең төп күрһәткестәренең береһе – өйрәнеү, үҫтереү, һаҡлау эшен киңәйтеү өсөн мөһим.

ЮНЕСКО телдәрҙең һаҡланыу кимәле буйынса ошондайыраҡ төркөмләү алып бара: имен; хәүеф янай башлаған; хәлдәре шәптән булмаған; юғалып барған; юҡҡа сығыу сигендә булған; юҡҡа сыҡҡан телдәр. Ҡайһы саҡта был классификацияға ихтимал юҡҡа сыҡҡан һәм тергеҙеп була торған телдәрҙе лә индерәләр.

Тел юҡҡа сығыуҙың төп сәбәптәренең береһе – уны белгән кешеләрҙең һаны әҙ булыуҙа. Тел белгестәре иҫәпләп сығарған бер күрһәткескә ярашлы, Ер шарындағы халыҡтың 80 процентына 80 киң таралған тел тура килә, ә 3,5 мең телдә донъяла йәшәгәндәрҙең бары тик 0,2 проценты ғына һөйләшә!.. Юғалыу сигендәге ниндәйҙер телде белгән һуңғы әҙәм балаһы гүр эйәһе булды икән, тел бөтөнләй тарих арбаһынан төшөп ҡалды, йәғни юҡҡа сыҡты тигән һүҙ...

Юғала барған телдәрҙе һаҡлау – бөтә кешелек өсөн мөһим бурыс. Уларҙың юҡҡа сығыуы тотош халыҡтарҙың, уларҙың үҙенсәлекле мәҙәниәтенең, ошо телгә бәйле мөһим белемдәрҙең, йолаларҙың һәм башҡаның юғалыуы тигән һүҙ бит.

Шуға ла Халыҡ-ара туған телдәр көнө – тағы бер тапҡыр һәр халыҡтың, телдең, милли мәҙәниәттең кешелек өсөн ҡиммәтле икәне хаҡында иҫкәртеү сараһы. Әлбиттә, Ер шарында төрлө илдәрҙә юғалып барған телдәрҙе һаҡлау буйынса рәсми кимәлдә төрлө саралар күрелә, әммә был ғына етмәгәне көн кеүек асыҡ. Туған телде һаҡлау, нимә генә тиһәк тә, иң тәү ғаиләнән, көндәлек тормоштағы аралашыуҙан башлана, уны быуындан-быуынға тапшырыу, оноттормау өсөн ошонан да яҡшыраҡ, көслөрәк юл юҡ икәненә ҡат-ҡат инанабыҙ.

Был, һис шикһеҙ, беҙҙең туған башҡорт теленә лә ҡағыла. Әгәр ҙә туған телдә һөйләшәбеҙ, шул телдә уйлайбыҙ, яҙабыҙ икән, тимәк, ул йәшәүен дауам итә. Тел – ул һәр беребеҙҙең шәхесенең, ҡабатланмаҫ асылының билдәһе! Әсә теле – кешегә тыумыштан бирелгән хазина, уны нәҫел тамырҙары, яҡындары, халҡы менән бәйләп торған еп. Юҡҡа ғына беҙҙең халыҡта: “Теле барҙың – иле бар” тигән мәҡәл йәшәмәй.

Халыҡтың теле – уның быуаттар буйы формалашҡан, һис ни менән дә баһалап булмай торған ҡомартҡыһы, матди булмаған рухи мираҫы. Кеше яҡты донъяға ниндәй ҙә булһа халыҡтың вәкиле булып тыуа, тимәк, туған теле лә сабый сағынан уҡ билдәле, ул юҡтан бар булған нәмә түгел. Халыҡ-ара туған телдәр көнө ошо турала ҡайтанан иҫкә төшөрөргә, уйланырға, фәһем алырға мөмкинлек бирә, шуныһы менән ул һәр халыҡ өсөн әһәмиәтле лә. Туған телебеҙҙе ҡәҙерләйек, башҡортса һөйләшәйек, уҡыйыҡ, яҙайыҡ, балаларға өйрәтәйек – әсә телебеҙҙең һаҡланып ҡалыуы өсөн ошонан да тәьҫирлерәк, көслөрәк әмәл юҡ.

Автор: Равиля Гатауллина

Автор:
Читайте нас