

“Светлый” 2023 йылда Ватан һағына баҫырға ҡарар итә һәм Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөп, махсус хәрби операция зонаһына юллана. Ул Рәсәй Геройы Алмаз Сафин исемендәге башҡорт батальонында батырлыҡ һәм фиҙаҡәрлек күрһәтеп, намыҫ менән хеҙмәт итә. Яҡташыбыҙҙың хәҙерге хәрби хәрәкәттәрҙәге роле баһалап бөткөһөҙ. Ул пилотһыҙ системалар менән идара итә, беҙҙең яугирҙарҙы ҡиммәтле мәғлүмәт менән тәьмин итә һәм яуаплы бурыстар үтәй.
Айҙар Әнғәм улы менән осрашыу ваҡытында ул Алмаз Сафин исемендәге батальонға Өфөлә етештерелгән яңы осоу аппараттары тапшырылыуы хаҡында һөйләй. Яугир һүҙҙәренсә, был дрондар осоу алыҫлығы һәм йөк күтәреүсәнлеге менән айырылып тора, шунлыҡтан уларҙың ҡулланыу даирәһе киңәйә.
“Светлый” фекеренсә, пилотһыҙ осоу аппараттары ғәскәрҙәре өҫтөнлөккә эйә һәм мөһим бурыстарҙы үтәй. Операторҙың эше концентрация, инженер фекерләү, физика һәм программалау белемен, шулай уҡ тиҙ ҡарар ҡабул итеү һәләтен талап итә. Был команда эше, унда разведка, дошманды күҙәтеү һәм граждандар объекттарына һөжүм итеүҙе иҫкәртеү мөһим. Дошман дрондарын тотоп алыу ҡатмарлы бурыстарҙың береһе булып тора. Яҡташыбыҙ был һөнәрҙә даими үҫеш һәм үҙ-үҙеңде дисциплиналауҙың мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә ала.
“Геройыбыҙ өсөн хәстәрлек һәм йылылыҡ менән әҙерләгән гуманитар ярҙамдың тулы күләмдә килеп етеүен ишетеү айырыуса ҡыуаныслы булды. Яҡташыбыҙ әйтеүенсә, райондаштарыбыҙ менән әҙерләгән был аныҡ ярҙам көндәлек хеҙмәтте еңеләйтә, уның һөҙөмтәлелеген арттыра һәм, иң мөһиме, яугирҙарға өйҙә уларҙы көтәләр һәм өмөт итәләр икәнен онотмайҙар тигән ышаныс бирә”, — тип яҙҙы социаль селтәрҙә Айҙар Әнғәм улы.
Әйткәндәй...
Башҡортостанда Пилотһыҙ системалар ғәскәрендә хеҙмәт итеүгә саҡырыу иғлан ителде. Был яңы элита ғәскәре үткән йылда Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарарына ярашлы булдырылды. Быға тиклем БПЛА операторҙары башҡа подразделениеларға ҡараһа, хәҙер инде был үҙ аллы ғәскәр төрө булып ҡала.
Ниндәй өҫтөнлөктәр бар?
* Хеҙмәт хәүефһеҙерәк, сөнки хәрби бәрелеш һыҙығынан алыҫта үтә.
* Контракт бер йылдан алып билдәләнгән ваҡытҡа төҙөлә. Ул тамамланғас, хеҙмәттән китергә йәки яңыһын төҙөргә мөмкин.
* Контрактта хәрби хеҙмәткәрҙе уның ризалығынан тыш пилотһыҙ осоу аппараттарына идара итеү менән бәйле булмаған башҡа һөнәргә йәки икенсе ғәскәрҙәр төрөнә күсерергә ярамағанлығы яҙыла.
* Студенттар, академик отпуск алып, контракт төҙөй ала. Хеҙмәте тамамланғас, кире бюджет нигеҙендә (урындар булған осраҡта) уҡырға ҡайтырға хоҡуҡлы.
* Һөҙөмтәлелек өсөн өҫтәмә. Дошмандың техникаһын, ҡорамалдарын уңышлы юҡ иткән кешеләргә 50 000 – 500 000 һум өҫтәмә түләү ҡаралған.
Кем контракт төҙөй ала?
* Рәсәй граждандары булған ир-егеттәр.
* 18 йәштән 35 йәшкәсә – FPV-дрон операторҙары, ә башҡа белгестәр өсөн – 18 – 45 йәш.
* Физик яҡтан үҫешкән булыу һәм һаулыҡ торошо буйынса хәрби хеҙмәткә яраҡлылыҡ.
* Туғыҙ кластан да кәм булмаған белемдең булыуы мотлаҡ.
* Хәрби хеҙмәт тәжрибәһе булмаһа ла мөмкин.
* Ауыр һәм айырыуса ауыр енәйә* ттәр өсөн хөкөм ителмәгән булыу шарт. Башҡа төрлө суд ҡарарҙары осрағында ҡарар һәр кемгә ҡарата шәхсән рәүештә ҡабул ителә.
* «Геймер» йәки радиосамолет/дрон менән идара итеү, «VR» файҙаланыу тәжрибәләре, аэродинамика һәм дрондың эшләү нигеҙҙәрен аңлау, арауыҡта фекерләү һәм «кадр тойғоһо», пилотһыҙ һауа суднолары менән идара итергә өйрәтеү тураһында сертификаттар һәм таныҡлыҡтар булыуы ныҡ хуплана.
Ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?
* үҙеңдең хәрби комиссариатыңа;
* контракт буйынса хәрби хеҙмәткә һайлап алыу пунктына (Өфө, Революция урамы, 156);
* шулай уҡ «Дәүләт хеҙмәттәре»ндә ғариза ҡалдырырға мөмкин.
Контракт нигеҙендә хеҙмәт итеү мәсьәләләре буйынса ҡыҙыу линия – 122.
Наилә Имаева әҙерләне.