Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
20 Февраль , 12:50

Башланғыс кластар уҡытыусылары кәңәшләште

Ҡышлауйылға урта мәктәбендә  башланғыс кластар уҡытыусыларының район семинары үтте.

Башланғыс кластар уҡытыусылары кәңәшләште
Башланғыс кластар уҡытыусылары кәңәшләште

Сараны мәктәп директоры Земфира Равиль  ҡыҙы Суфиярова асты. Ул йыйылыусыларҙы сәләмләп, мәктәп эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәрен билдәләне, эш планы менән таныштырҙы.

Семинар эше сиктәрендә Ҡышлауйылға мәктәбе уҡытыусылары асыҡ дәрес һәм «Теремок на новый лад» тамашаһын тәҡдим итте.

 Асҡын 2-се урта мәктәбе уҡытыусыһы Д.Ф. Зарипова "Интерактив онлайн – платформаны ҡулланыу"  темаһына оҫталыҡ дәресе күрһәтте.

Мәктәп буйлап экскурсия ойошторолдо. Урындағы   уҡытыусылар мәктәптә IT технологияларҙы ҡулланып, интерактив үҙгәрештәрҙең нисек барыуы хаҡында һөйләне.

Әҙерлек төркөмө балалары ҡунаҡтарға ижади номерҙар тәҡдим итте.

Семинарға йомғаҡ яһау,  ВПР-ҙы ойоштороу һәм үткәреү буйынса бурыстарҙы тикшереү ситуация үҙәгендә үтте.

"Мәктәп директоры  Земфира Равиль ҡыҙы Суфияроваға, мәктәп хакимиәтенә, уҡытыусылар коллективына йылы ҡабул иткәне һәм сараны юғары ойоштороу кимәлендә үткәргәне өсөн рәхмәт белдерәбеҙ.

Коллективҡа артабан да емешле эш һәм яңы уңыштар теләйбеҙ", — тине район мәғариф бүлеге методисы Лилиә Миңлеғәлиева.

Наилә Имаева.

 

Башланғыс кластар уҡытыусылары кәңәшләште
Башланғыс кластар уҡытыусылары кәңәшләште
Башланғыс кластар уҡытыусылары кәңәшләште
Башланғыс кластар уҡытыусылары кәңәшләште
Башланғыс кластар уҡытыусылары кәңәшләште
Башланғыс кластар уҡытыусылары кәңәшләште
Автор: Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас