Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
20 Февраль , 16:10

Башҡортостанда йөҙҙән ашыу МХО ҡатнашыусыһы ер алған

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм МХО-ла һәләк булған хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ғаилә ағзаларына 381 ер участкаһы бирелде. Бөгөн Башҡортостандың ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры урынбаҫары Рөстәм Ғизәтуллин яугирҙәргә һәм уларҙың туғандарына ярҙам тураһында һөйләне.

Башҡортостанда йөҙҙән ашыу МХО ҡатнашыусыһы ер алған
Башҡортостанда йөҙҙән ашыу МХО ҡатнашыусыһы ер алған

МХО-ла ҡатнашыусылар – 102, һәләк булған яугирҙәрҙең ғаиләләре 279 участка алды, тип асыҡлыҡ индерҙе ул.

Рөстәм Ғизәтуллин һүҙҙәренсә, ер участкалары биреүҙән тыш, бөгөн шифахана-курортта дауаланыу программаһы айырыуса кәрәкле. 2025 йылда республика шифаханаларында 3814 кеше дауаланған, был 2023 йылға ҡарағанда 2,2 тапҡырға күберәк. Программа тормошҡа ашырыла башлағандан алып 9155 МХО яугиренә һәм уларҙың ғаилә ағзаларына шифахана-курорт хеҙмәттәре күрһәтелгән.

Әлеге ваҡытта махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың туғандары конкурс буйынса һайлап алынған 15 шифаханала дауалана.  Республиканың төп шифаханалары –  «Ассы», «Йәшел сауҡалыҡ», «Янғантау», «Ҡарағай», «Красноусол», «Танып», «Йоматау», «Яҡтыкүл», «Ҡайынҡай», шулай уҡ «Энергетик» дауалау-һауыҡтырыу үҙәге, «Әй» профилакторийы, «Ҡайындар» ял йорто һәм башҡалар.

Быйыл республика бюджетында МХО-ла ҡатнашыусыларҙы һәм уларҙың ғаилә ағзаларын шифахана-курорт дауалауы өсөн 66,5 миллион һум ҡаралған. Әлеге ваҡытта министрлыҡ Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡушыуы буйынса МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаилә ағзаларын шифахана-курортта һауыҡтырыуҙың льготалы тәртибен тергеҙеү мәсьәләһен өйрәнә.

Бынан тыш, махсус операцияла ҡатнашыусылар өсөн дәүләт мөлкәтен һәм ер участкаларын файҙаланған өсөн ҡуртым түләүен кисектереү, шулай уҡ ҡуртым килешеүҙәрен штраф санкцияларынан тыш өҙөү мөмкинлеге ҡаралған.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2026-02-20/v-bashkirii-zemlyu-poluchili-bolee-sta-uchastnika-svo-4561847

Автор: Эдуард Ҡусҡарбәков
Автор:
Читайте нас