Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
20 Февраль , 04:20

Балаларға башҡорт теле серҙәрен өләшә

 Елена Ғарифйәнова “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” конкурсында еңеү яулай.

Балаларға башҡорт теле серҙәрен өләшәБалаларға башҡорт теле серҙәрен өләшә
Балаларға башҡорт теле серҙәрен өләшә

Шундай кешеләр була, улар бәләкәйҙән үҙҙәрен бары тик бер генә һөнәр эйәһе итеп тоя. Борай 2-се гимназияһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Елена Ғарифйәнова ла үҙен белә башлағандан алып тик уҡытыусы итеп кенә күҙ алдына килтергән.
— Мин Арҙаш ауылында Альбина һәм Рәзиф Хәйбрахмановтар ғаиләһендә төпсөк ҡыҙ булып донъяға килгәнмен. Минән ҙурыраҡ ағайым бар. Әсәйемдең атаһы — Рәшит олатайым 37 йыл башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләгән. Мин бәләкәй саҡта ул уҡыта ине әле. Уның сумкаһына ҡосаҡ-ҡосаҡ дәфтәр, китаптар һалып эшкә йөрөгәнен күреп үҫтем. Үҙемдең дә уның шикелле дәфтәр тикшергем килә ине. Уйнағаным да һәр саҡ “уҡытыусы” булды. Уҡырға инеп яҙырға өйрәнгәс, китаптағы үҙемә оҡшаған һәр тексты бер нисә дәфтәр битенә юрамал хаталар менән күсереп яҙа инем. Йәнәһе, бер нисә бала яҙған. Шунан олатайым кеүек ҡыҙыл ручка алып, үҙем яһаған хаталарҙы уҡып тикшерәм, төҙәтәм, билдә ҡуям, — тип бала сағын иҫенә төшөрә Елена Рәзиф ҡыҙы.
Ошо хыялы уны 11-се класты тамамлағас Шуҡшан урта мәктәбенә алып килә. Кисә генә парта артында ултырған ҡыҙ үҙе уҡытыусы булып эшләй башлай. Уға оҙайтылған көн төркөмөн бирәләр. Бер юлы Бөрө дәүләт социаль педагогия академияһына ситтән тороп уҡырға инә. Ике йыл эшләгәс, мәктәп директоры уға туған телдәр буйынса директор урынбаҫары вазифаһын йөкләтә. Һынатмай Елена Рәзиф ҡыҙы, тағы ла ике йылдан директорҙың уҡытыу һәм тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары булып үрләтелә. Шулай итеп, 10 йыл ул Шуҡшан урта мәктәбендә уҡыта, шул йылдар эсендә татар теле һәм әҙәбиәте, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы белгеслектәренә юғары белем алырға өлгөрә.
2016 йылдан башлап ул Борай 2-се гимназияһында эшләй. Әлеге ваҡытта 8-се класс уҡыусыларының класс етәксеһе лә. Юғары категориялы уҡытыусы балаларға туған телгә һөйөү, ихтирам хистәре тәрбиәләргә тырыша.
— Уҡыусыларым башҡорт теленең матурлығын, камиллығын аңлаһын, тигән маҡсат менән эшләйем. Дәрестәремдә башҡорт халҡының билдәле шәхестәренең биографияһына айырым урын бирергә тырышам. Уҡыусыларымда ниндәй ауыр заманаларҙа ла шәхес булып ҡалған, матур-матур әҫәрҙәр ижад иткән әҙиптәргә ҡарата һоҡланыу, хөрмәт уянһын ине. Уларға кеше үҙ туған телен белергә, яратырға, һаҡларға тейеш, тип йыш ҡабатлайым. Сер түгел, балалар хәҙер күберәк рус телендә аралаша. Шуға ла беҙгә, туған телдәр уҡытыусыларына, айырыуса мөһим бурыс йөкләтелгән. Беҙ быны аңлайбыҙ. Балалар ҙа аңлаһын ине, — ти тәжрибәле уҡытыусы.
Елена Ғарифйәнованың уҡыусылары иншалар яҙыу, шиғыр һөйләү конкурстарында, фәнни-ғәмәли конференцияларҙа, олимпиадаларҙа уңышлы сығыш яһай, еңеүселәр рәтендә була. Былар, әлбиттә, уҡытыусының тырышлығы. Фиҙаҡәр хеҙмәте төрлө дәрәжәләге Рәхмәт хаттары менән баһаланған.
— “Йыл уҡытыусы” район конкурсында 2014 йылда ла ҡатнашҡайным. Быйыл еңеүсе булдым. Бындай конкурстар үҙеңде һынап ҡарау ғына түгел, ниндәй тәжрибәгә эйә булыуыңды ла күрһәтә. Шуға өҫтәп, был бик ҙур яуаплылыҡ та, — тип әлеге уңышы тураһында әйтеп үтте Елена Рәзиф ҡыҙы.
Ғаиләһенән дә уңған мәҡәләм геройы. Асаутамаҡ ауылы егете Илнар Марат улы менән ҡауышып, ике ҡыҙға ғүмер бирәләр. Илина гимназияның 5-се класында уҡыһа, Илиза әлегә “Йәйғор” 2-се балалар баҡсаһына йөрөй, быйыл 1-сегә уҡырға инәсәк. Ғарифйәновтар Борайҙа матур итеп йорт төҙөп сыҡҡан.
— Яратҡан шөғөлөгөҙ бармы, буш ваҡытығыҙҙы нисек уҙҙыраһығыҙ? — тип һораным Елена Рәзиф ҡыҙынан.
— Бәйләйем. Һуңғы ваҡытта модаға ингән ротангтан кәрзиндәр үрә башланым. Шулай эш төрләндереп, ял итәм, — тип яуапланы ул.
Шулай, эшенән уңған ғаиләһенән дә уңа, ғаиләһендә бәхетле кеше хеҙмәт урынында ла уңыштарға ирешә. Был тормош ҡағиҙәһе. Елена Ғарифйәнова ла шундайҙарҙан.

Венера Арысланова.

Борай районы.

Балаларға башҡорт теле серҙәрен өләшә
Балаларға башҡорт теле серҙәрен өләшә
Балаларға башҡорт теле серҙәрен өләшә
Балаларға башҡорт теле серҙәрен өләшә
Балаларға башҡорт теле серҙәрен өләшә
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас