“Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе”, ниһайәт, Мишкә районына ла килеп етте. Иртәнән үк район Мәҙәниәт һарайы, Тарихи-мәҙәни үҙәк гөрләп торҙо. Был көндө төрлө өлкәләрҙә эшләүсе төрлө йәштәге гүзәл заттар өсөн оҫталыҡ дәрестәре, тренингтар, республиканың әйҙәүсе табиптары консультациялары, күргәҙмәләр, лекциялар ойошторолдо.
“Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе” асыҡ академияһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фонды ярҙамында Радий Хәбировтың тормош иптәше Каринэ Хәбирова башланғысы менән 2019 йылдың авгусынан республика ҡала һәм райондарында уҙғарыла. Ул Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙарына хеҙмәтләндереүҙең төрлө өлкәләрендә яңы, файҙалы белем биреү буйынса республика күләмендәге белгестәр менән аралашыу мөмкинлеген бирә.
Мишкәлә байрамға килгән һәр кем үҙен ҡыҙыҡһындырған майҙансыҡта булды. Проект программаһы сәләмәтлек, гүзәллек серҙәре, ғаилә мөнәсәбәттәре, шәхси үҫеш һәм карьера кеүек мөһим темаларҙы үҙ эсенә алды. Өфө табиптары бушлай консультациялар һәм кәңәштәр бирҙе, психологтар фәһемле лекциялар үткәрҙе. Район Мәҙәниәт һарайы майҙанында “Сәләмәт йылмайыу биләмәһе” — күсмә стоматология комплексы эшләне. Балаларҙы ла “Балалар һаулығы биләмәһе”ндә белгестәр ҡабул итте. Барлығы табиптар командаһы тарафынан 242 консультация үткәрелде.
“Яуаптар биләмәһе”ндә төрлө хеҙмәт һәм ведомстволар белгестәре мишкәләрҙең төрлө һорауҙарына төплө яуаптар бирҙе, консультациялар үткәрҙе. “Матурлыҡ биләмәһе”ндә гүзәл заттар оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашты, район визажистарынан, парикмахерҙарынан стилле образдар эшләтте, мода, макияж, тирене һәм сәстәрҙе тәрбиәләү буйынса яңылыҡтар менән танышты, файҙалы мәғлүмәт алды. Әсәйҙәр менән белгестәр шөғөлләнгәндә балалар ҙа ҡыҙыҡлы һәм файҙалы шөғөл менән мәшғүл булды. Ирекмәндәргә лә был көндө эш етерлек булды — улар ҡунаҡтарҙы, сарала ҡатнашыусыларҙы оҙатып һәм ярҙамлашып йөрөнө.
“Мәҙәни код биләмәһе” сараның сағыу биҙәге булды. Ҡунаҡтарҙы халыҡ кәсептәре, милли аштар, ҡул эштәре менән таныштырҙылар, бай күргәҙмә милли мәҙәниәттең матурлығын һәм тәрәнлеген, Мишкә еренең йомартлығын күрһәтте. “Өләсәйем һандығы” күргәҙмә-йәрминкәһе янынан көн оҙоно кеше өҙөлмәне.
Тарих-мәҙәни үҙәк бинаһында ойошторолған “Ҙур һәм татыу ғаилә биләмәһе” программаһы ла бай ине. Эксперттар ғаилә мөнәсәбәттәре, һаулыҡ тураһында фәһемле әңгәмәләр алып барҙы. Балалы ғаиләләр өсөн бирелә “Ғаилә һәм балалыҡ биләмәһе” эшләне, унда милли өҫтәл уйындары, ижади дәрестәр үткәрелде.
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ҡатындарына һәм әсәләренә ярҙам итеүгә лә сарала ҙур иғтибар бирелде. Проект сиктәрендә клиник психолог, психоаналитик Юлиә Хәкимова “Тормош дауам итә: үҙгәрештәрҙе ҡабул итеү һәм ауырлыҡтарҙы еңеү” тигән темаға йөкмәткеле, фәһемле әңгәмә ҡорҙо.
Сараның тантаналы өлөшөндә Мишкә районы хакимиәте башлығы Лариса Александрова мәртәбәле ҡунаҡ — “Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе” етәксеһе Каринэ Хәбироваға район ҡатын-ҡыҙҙарына үҙҙәрен кәрәкле һәм ысын мәғәнәһендә бәхетле итеп тойорға мөмкинлек биргән өсөн оло рәхмәттәрен еткерҙе.
Бөгөнгө сарала һәр гүзәл зат үҙенә кәрәкте һәм мөһим булғанды тапҡандыр, тип уйлайым. Биренән һеҙ аҙ ғына булһа ла бәхетлерәк булып, рух күтәренкелегендә, матур хис-тойғолар менән ҡайтып китәһегеҙ икән, беҙҙең проекттың маҡсаты тормошҡа ашҡан, тиергә була. Бөгөн беҙ бергә йыйылып аралаштыҡ, бер-беребеҙгә ярҙам иттек, көс бирҙек, яңы белемдәр алдыҡ. Хәҙер ошо хис-тойғоларҙы яҡындарығыҙ менән дә бүлешегеҙ, — тине Каринэ Владимировна.
“Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе” был көндө Мишкәнең гүзәл заттарына бер ни тиклем ваҡытты үҙенә бағышларға мөмкинлек бирҙе. Улар саранан яҡшы кәйеф, дәрт-дарман алып таралышты. Байрам Башҡортостандың халыҡ артисы ZAINETDIN концерты менән тамамланды.
Әлфиә Әһлиуллина материалдары буйынса Илһөйәр Махатова әҙерләне.