Йәнтөйәк
-19 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
19 Февраль , 14:35

“Юғарынан беҙгә барыһы ла күренә”

Хәҙерге заманды пилотһыҙ осоу аппараттарынан башҡа күҙ алдына ла килтереү мөмкин түгел. Уға идара итеү буйынса оператор һөнәре сағыштырмаса яңыраҡ барлыҡҡа килде, ә бына, тарихи экскурс яһағанда, бындай аппараттарҙың электән ҡулланылыуын белергә мөмкин.    

“Юғарынан беҙгә барыһы ла күренә”
“Юғарынан беҙгә барыһы ла күренә”

Хәҙерге заманды пилотһыҙ осоу аппараттарынан башҡа күҙ алдына ла килтереү мөмкин түгел. Уға идара итеү буйынса оператор һөнәре сағыштырмаса яңыраҡ барлыҡҡа килде, ә бына, тарихи экскурс яһағанда, бындай аппараттарҙың электән ҡулланылыуын белергә мөмкин.

Алыҫтан идара ителеүсе техник ҡоролмалар ХХ быуатҡа тиклем үк булдырылған, уларҙы нигеҙҙә хәрби маҡсаттарҙа ҡулланғандар. ХХ быуат башында радио менән идара ителеүсе самолеттар ҙа яһап ҡарағандар, ләкин уларҙы ҡулланыуы ауыр һәм мәшәҡәтле булған, шуға күрә артыҡ файҙлана алмағандар.

ХХ быуат уртаһында дистанциялы идара итеү технологиялары әүҙем үҫеш алған. Икенсе Бөтә донъя һуғышында немецтар идара ителеүсе Friz X бомбаларын ҡулланған, ә американдар радио менән идара ителеүсе самолет-снарядтар уйлап тапҡан. 1990-сы йылдарҙа АҠШ Персид ҡултығындығы һуғышта разведкасы дрондарҙы файҙаланған.

Беҙҙең быуат башланғас та пилотһыҙ осоу аппаратары электроника, элемтә һәм программалы тәьминәт ҡаҙаныштары нигеҙендә   йылдам үҫеш алып киткән. 2001 йылда АҠШ Афғанстандағы һуғышта һөжүм итеү өсөн беренсе тапҡыр пилотһыҙ осоу аппараттарын ҡулланған. 2010 йылдарҙа бындай дрондарҙы хәрби өлкәнән ситтә лә файҙалана башлағандар. Улар картография яһауҙа, тирә-яҡ мөхиттең торошона мониторинг эшләүҙә, ауыл хужалығында, тауар ташыуҙа һәм хатта кинематографта  ҡулланыу тапҡан.

Хәҙерге заманда пилотһыҙ осоу аппараттары төрлө өлкәләрҙә кәрәк. Был шуның менән бәйле – дрондар кешенең ҡатнашыуын талап иткән, әммә уларҙың ғүмере һәм һаулығы өсөн  хәүефле булған бурыстарҙы үтәүҙә ҡулланыла ала.

Һөҙөмтәлә дрон операторҙары ла ваҡыт үткән һайын күберәк кәрәк булған һөнәрҙәр иҫәбенә инде. Операторҙарҙы һөнәргә уҡытыу крустарында дронға идара итеү, камералар һәм сенсорҙар аша алынған мәғлүмәттәрҙе анализлау, осоштоң хәүефһеҙлеген тәьмин итеү ҡағиҙәләре кеүек күнекмәләргә өйрәтәләр. Яҡын киләсәктә дрон операторы һөнәре технологик прогресс менән бер ҡатарҙан артабанғы эволюцияны кисерәсәк, автономиялы системаларҙың үҫеше был һөнәргә талаптарҙы ла үҙгәртә барасаҡ. Шулай ҙа идара итеүҙә һәм мәғлүмәттәргә һығымта яһауҙа кешенең роле алмаштырғыһыҙ булып ҡаласаҡ әле, сөнки автоматлаштырылған системалар кеше аҡылын һәм һиҙемләүен тулыһынса алмаштырырлыҡ хәлгә етмәгән.

Дрондарға идара итеү операторы булыу ауырмы, ул ниндәй шарттарҙа эшләй, һөнәргә ниндәй талаптар ҡуйыла?

Туймазы районынан Марат Абдуллин (исем-шәрифе үҙгәртеп алынды) махсус хәрби операцияла “Башҡортостан” полкы взводтарының береһендә сержант дәрәжәһендә пилотһыҙ осоу аппараттары отделениеһы командиры булып хеҙмәт итә. Өс тапҡыр контузия ала, һөнәри оҫталығы һәм ҡаһарманлығы өсөн Суворов миҙалы менән наградлана.

– Марат, белеүебеҙсә, Һеҙ МХО зонаһына үҙ иркегеҙ менән юлландығыҙ?

– Эйе, телевизорҙан ҡарап, украин милләтселәренең Донбаста йорттарҙы емереүен, балаларҙы үлтереүен күреп, һарыуым ҡайнай ине. Үҙем кафела ашнаҡсы булып эшләнем, буш ваҡытта кикбоксинг менән дә шөғөлләнә инем. Ҡыҙҙарыма балыҡтан төрлө тәмле ризыҡтар ҙа бешереп алып ҡайтырға яраттым. Былтыр февраль-мартта “ҡыҙыл таҫма” яғынан дуҫтарым отпускаға ҡайтты. “Әйҙә, беҙгә кил, һин көслө, етеҙ, шундайҙар етешмәй”, – тиҙәр.

Бер нисә ай уйланым йөрөнөм дә, хәрби комиссариатҡа килдем. Унда минең теләккә шунда уҡ риза булдылар. “Башҡортостан” полкына ебәреүҙәрен һораным, сөнки унда яҡташтарыбыҙҙың үтә ойошҡан һәм һөнәри яҡтан оҫта коллектив булып тупланыуын белә инем. Өс ай әҙерлек үтеү барышында физик яҡтан сынығыуымды көсәйттем, атырға өйрәндем, штурмлау һуғышы тактикаһы буйынса күпмелер төшөндөм.

Тәүҙәрәк ике ай стрелок булдым, һуңынан пилотһыҙ осоу аппараттары взводына алыуҙарын һораным. Бында төрлө коптерҙарҙы үҙләштереү эшенә тотондом.

– Һеҙ өс тапҡыр контузия алғанһығыҙ. Пилотһыҙ осоу аппараты операторы – дошман өсөн тәү сираттағы сәп бит, ғүмерҙең хәүеф аҫтында булыуынан ҡурҡманығыҙмы?

– Эйе, сәп, ләкин бер урында ғына тотоп булмаған сәп. Контрактниктың эш хаҡы ла ҙур, уныһы ла ҡыҙыҡтырҙы, йәшермәйем. Әммә был һөнәрҙең үҙемә оҡшауы төп ролде уйнағандыр. Көрәш менән дә шөғөлләнәм, боронғо славян һәм скандинав мифологияһы ла мине йәлеп итә. Бер тапҡыр шул мифологиянан хикәйәт һөйләгәс, егеттәр миңә “Варяг” тип позывной бирҙе.

Төрлө коптерҙарҙы, разведкасы дрондарҙы  һәм дрон-камикадзеларҙы үҙләштерҙем. Дошманға артиллерияны тоҫҡарға ла өйрәндем. Беҙ аккумулятор ҡуйылған махсус жилеттар кейәбеҙ, ҡорал һәм башҡа амуниция ла алабыҙ. Улар менән бергә йүгереүе еңел түгел. Һауа торошо минус 20 һәм түбәнерәк булғанда батареялар 15 минутҡа ғына етә.

Бер саҡ украиндарҙың нығытылған районын штурмлау башланды, ә беҙҙең батареялар бер-бер артлы һүнә. Беҙ кисекмәҫтән аралашсылар менән бәйләнешкә индек, зарядка эшләнек һәм “күстәнәсле ҡошсоҡтар” осора башланыҡ, ике миномет расчетын һәм бер блиндажды юҡҡа сығарҙыҡ. Шунан дошман беҙгә ташланды. Тәүҙә гаубицаларҙан атыш башланылар, беҙ, тәбиғи, бер урындан икенсе урынға йүгерештек. Артабан уларҙың “леопарды” бик яҡындан ата башланы һәм мин контузия алдым.

– Һеҙ дошмандың ҡайҙа булыуын да, хәрәкәтен дә һәр саҡ күреп тораһығыҙ инде?

– Дрон операторҙары штурмовиктарҙың эше менән йәнәш бара тиерлек. Был хәүефле, әммә йоғонтоло. Миңә юғарынан барыһы ла күренә, хатта украин һалдаттарының окопта тәмәке тартып ултырыуы ла. Ундайҙар алғы һыҙыҡта оҙаҡ йәшәй алмай, беҙҙең сәпкә эләгә. Ә бына маскировкаланған блиндаждарҙы, команда пункттарын тиҙ генә абайлап булмай, саҡ ҡына беленгән ерҙәренә ҡарап тоҫмаларға тура килә – йә төрлө кәрәк-яраҡ алып килгән автомашинаның эҙҙәре, йә насар ҡапланған орудие көбәге...

Шулай ҙа була: дрон-камикадзены блиндажға йүнәлтәбеҙ, ул шартлағас, унан контузиялы дошман һалдаты шыуышып сыға, ә мин уның үҙенекеләрҙе саҡырғанын көтәм. Ниһайәт, ошо яралы эргәһенә бер нисәүһе йүгереп килеп етә. Шул минутта хеҙмәттәштәрем был урынға икенсе “ҡошсоҡ”то осора. Был хәл күҙ асып йомғансы үҙгәрә – дошман төркөмө юҡ ителә. Бер ниндәй ҙә тойғо юҡ, был – беҙҙең эш. Ошоларҙың бараһын да видеоға төшөрәбеҙ һәм штабҡа ебәрәбеҙ. Һуңынан был роликтарҙы федераль телеканалдарҙа ла күрәбеҙ.

Әлеге заманда “ҡыҙыл таҫма” артында пилотһыҙ осоу аппараттарының алышы өҙлөкһөҙ бара. Дошман позицияларын штурмлағанда улар күп ҡулланыла, әйткәндәй, һуңғы айҙарҙа уларҙың һаны байтаҡҡа артты.

Әсирҙәрҙе лә күп алабыҙ. Улар һуңынан, ерҙә ятҡан килеш, “Башҡортостанға дан!” тип ҡысҡыра. Ә үҙҙәре беҙҙең республиканың ҡайҙа икәнен картала күрһәтә лә алмайҙыр әле.

– Дошмандың бер дронын беҙҙекеләр таяҡ менән бәреп төшөргән тигәндәре дөрөҫмө?

– Эйе, булды ундай хәл дә. Әйткәндәй, уны “Башҡортостан” полкының яугире шулай эшләгән – үҙе ситкә һикергән дә, дронға таяҡ менән тондорған. Ғәҙәттә, беҙ уларҙы автомат менән атып юҡ итәбеҙ. Мин үҙем шәхсән алты дронды атып төшөрҙөм. Ун һәм унан да күберәкте юҡ иткән мәргәндәр ҙә бар, уларҙы шунда уҡ наградаға тәҡим итәләр. Бәреп төшөрөлгән һәр дрон – күпмелер кешенең ғүмерен ҡотҡарыу бит ул.

Фото: социаль селтәрҙән.

Автор:
Читайте нас