

Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылына һәм Башҡортостанда иғлан ителгән Ҙур һәм татыу ғаилә йылына арналған сара төбәктең мәҙәни мираҫын һаҡлауға һәм популярлаштырыуға, урындағы йолаларҙың байлығын күрһәтеүгә һәм сәнғәт аша быуындар араһындағы бәйләнештәрҙе нығытыуға йүнәлтелгән.
Фестивалдә Абдулла, Маты, Шамрат, Комсомол, Әтнәш, Кирзә һәм Ҡараяр ауылдарынан ижади коллективтар сығыш яһаны. Улар сағыу, үҙенсәлекле номерҙар тәҡдим итте: йыр-бейеүҙәр, инструменталь композициялар, фольклор тамашалары. Һәр сығыш тамашасыларға ысын бүләк булды һәм райондың һәр мөйөшөндә таланттар һәм сәнғәткә ғашиҡ кешеләр йәшәүен күрһәтте. Байрам мөхите төрлө йәштәге кешеләрҙе берләштрҙе: концерта балалар ҙа, йәшлектәрен иҫкә төшөрөп ултырған ололар ҙа бар ине.
Фестиваль дауам итә. Артабан райондың башҡа ауылдарынан да ижади коллективтар сығыш яһаясаҡ.
Тамашасыларҙы халыҡ кәсептәре буйынса оҫталыҡ дәрестәре, биҙәү-ҡулланма сәнғәте күргәҙмәләре һәм традицияларҙы һаҡлаусылар менән тематик осрашыуҙар көтә.
Марат Бүләков.