“Башҡортостан Республикаһы” Нәшриәт йорто тарафынан ойошторолған "Туған телде һаҡлауҙа ғаиләнең роле” темаһына “түңәрәк өҫтәл” мари, татар, башҡорт телдәре уҡытыусыларын, шағирҙар һәм прозаиктарҙы, “Дружба” һәм “Келшымаш” гәзиттәре хеҙмәткәрҙәрен, район үҙәге һәм ауылдарҙан туған тел яҙмышына битараф булмағандарҙы йыйҙы.
Көнүҙәк темаларҙың береһен тикшереүҙә «Башҡортостан Республикаһы» Нәшриәт йорто акционерҙар йәмғиәте генераль директоры Зөлфиә Рәхмәтуллина, «Башҡортостан ҡыҙы» журналының баш мөхәррире Миләүшә Ҡаһарманова, дәүләт телерадиокомпанияһы дикторы Флүрә Мурзина, "Чолман" гәзитенең баш мөхәррире Игорь Губаев ҡатнашты.
Модератор булып медиа менеджер Әлфиә Байбурина сығыш яһаны.
Туған телдәрҙе һаҡлау мәсьәләһе һәм уны хәл итеү юлдары тикшерелде. “Түңәрәк өҫтәл”дә ҡатнашыусылар бер тауыштан был мәсьәләлә әсә, ғаилә роленең мөһимлеге хаҡында һөйләне. Тәрбиәселәрҙең, туған тел уҡытыусыларының да роле ҙур.
Һәр ҡатнашыусы үҙ фекерен туған телендә белдереү мөмкинлегенә эйә булды. Мари, татар, башҡорт, рус телдәрендә шиғырҙар яңғыраны, һәм улар бөтәһенә лә аңлашылды, сөнки һәр кешегә, ниндәй генә милләт булмаһын, ғаилә һәм тыуған ил кеүек төшөнсәләр яҡын.
Фирҙәүес Ҡадиҡова.