Йәнтөйәк
-18 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
18 Февраль , 16:00

Башҡорт теле уҡытыусылары Ҡыйғаҙы мәктәбендә осрашты

Бөгөн Ҡыйғаҙы урта мәктәбендә    башҡорт теле уҡытыусыларының район семинары үтте.

Башҡорт теле уҡытыусылары Ҡыйғаҙы мәктәбендә осрашты
Башҡорт теле уҡытыусылары Ҡыйғаҙы мәктәбендә осрашты

 

"Район мәғариф бүлегенең мәғлүмәт–методик үҙәге методисы Лилиә  Зайнулла ҡыҙы Миңлеғәлиева етәкселегендә сараға килгән уҡытыусыларҙы Ҡыйғаҙы мәктәбе уҡыусылары сәк-сәк менән ихлас  ҡаршы алды.

Мәктәп директоры Динә Фәүхетдин ҡыҙы Хәсәнова барыһын да сәләмләп, мәктәп эшмәкәрлеге менән таныштырҙы. Белем усағы буйлап һәм музейға  йәнле экскурсия ла ойошторҙолар.

“Ҡыйғаҙы мәктәбенең  башҡорт  теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Лида Рәйеф ҡыҙы Имаметдинова  “Тормошта батырлыҡҡа урын һәр саҡ бар” тигән темаға асыҡ дәрес күрһәтте. Тәжрибәле уҡытыусы уҡыусылар менән  Рәшит Шәкүрҙең “Һаҡта тора илдең улдары” шиғырын уҡып,   Ватанды һаҡлау, илһөйәрлек, хәрби антҡа тоғролоҡ  төшөнсәләре буйынса тәрбиәүи  әңгәмә ойошторҙо.

Артабан сарала ҡатнашыусылар өсөн “Бала тыуҙы — шатлыҡ артты” тигән кластан тыш сара сиктәрендә “Балаға  исем ҡушыу” йолаһын сәхнәләштерҙеләр.  Мәҡәлдәр, әйтемдәр, йыр-бейеүҙәр менән байытылған тамаша барыһының да күңеленә хуш килде.

Туған тел һағында тороусылар осрашып, фекер алышып, тәжрибә уртаҡлашып,  яңы идеялар алып таралышты семинарҙан", — тип һөйләне Илүзә Әлтәф ҡыҙы Хәйруллина, башҡорт теле уҡытыусыларының район методик берекмәһе рәйесе.

Теманы дауам итеп...

Лилиә Миңлеғәлиева, район мәғариф бүлегенең мәғлүмәт–методик үҙәге методисы:

— Семинар бик һөҙөмтәле булды.  Лида Рәйеф ҡыҙы Имаметдинова Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арнап үткәргән  асыҡ дәрес  яҡшы методик кимәлдә  ойошторолғайны. Йөкмәткеһе буйынса бай, бөтә уҡыусылар ҙа әүҙем йәлеп ителде, уҡытыусы заманса мультимедиа ҡорамалдарын оҫта ҡуллана. Артабан Башҡортостанда иғлан ителгән Ҙур һәм татыу ғаилә йылына  арналған "Бишек туйы" фольклор байрамы үтте. Уҡыусылар йырҙар йырланы, бейене, йомаҡтар һәм мәҡәлдәр әйтте,  халыҡ уйындарын уйнаны.

Семинар йомғаҡ яһау менән тамамланды, унда туған телдәрҙе уҡытыуҙа көнүҙәк мәсьәләләр тикшерелде.

Район мәғариф бүлеге семинар ойошторған өсөн Динә Фәүхетдин ҡыҙы Хәсәнова етәкселегендә мәктәп коллективына   рәхмәт белдерә.

Наилә Имаева.

Автор: Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас