Балтас районының Иҫке Балтас ауылында, “Ғаилә” (нацпроект “Семья”) милли проектына ярашлы, яңы ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы асылды.
Медицина учреждениеһы заманса юғары класлы диагностика ҡорамалы менән йыһазландырылған, ә белгестәрҙең эш урындары автоматлаштырылған системалар менән комплектланған. Был һаулыҡ һаҡлауҙы һанлаштырыуға һәм берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы менән интеграциялауға йүнәлтелгән. Ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһында ике акушер-гинеколог кабинеты урынлашҡан, унда 9,3 меңдән ашыу ҡатын-ҡыҙ хеҙмәтләндерелә. Бынан тыш, терапия һәм процедура, ультратауыш диагностикаһы, функциональ диагностика һәм медик-социаль кабинеттары тейешенсә йыһазландырылған.
Ҡатын-ҡыҙҙар өсөн ике урынлыҡ көндөҙгө стационар ойошторолған. Учреждениела регистратура, психопрофилактика кабинеты эшләй.
Илгә ҡағылған тәрән демографик көрсөк шарттарында ғаилә һәм тыуымды яҡлау мөһим йүнәлеш булырға тейеш. Социаль өлкәләге иң эре, киң күләмле “Ғаилә” милли проекты (нацпроект “Семья”), бала тәрбиәләгән һәм күп балалы ғаиләләргә етди иғтибарын төбәп, 2030 йылға тиклем уларҙы яҡлауға 17 триллион һум аҡса йүнәлтеүҙе күҙ уңында тота. Йыл һайын 1,7 миллион ғаилә ошо милли проект буйынса әсәлек капиталынан файҙаланасаҡ. Шулай уҡ һәр кем ҡуллана алырлыҡ, сифатлы инфраструктура булдырыу, айырыуса ауыл ерендә медицина ярҙамын яҡшыртыу, ҡатын-ҡыҙҙар консультацияларын булдырыу, балалар поликлиникаларын йыһазландырыу, балалар баҡсаларын төҙөү ҙә дауам итәсәк. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла.
Фото:Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.