Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика ҡалаларында һәм райондарында колледжды яңыртыу программаһын дауам итергә ҡушты. Уның һүҙҙәренсә, әле эштәр Балтас районында, Шишмәлә, Иглиндә һәм Мишкәлә бара.
– Беҙҙең туғыҙынсы класс уҡыусыларының 66 проценты колледждарға бара.Беҙҙең ауыл колледждарырайондарҙаиң сағыуһәм матур урынбулырғатейеш.Унда финанслауҙы, шул иҫәптән федераль финанслауҙы ла йүнәлтегеҙ.Был беҙҙең балаларыбыҙҙың бер ҡайҙа ла китмәүенә 100 процент гарантия.Ауылуҡыусыларынарайонда белем алыу күпкә яҡшыраҡ һәм отошлораҡ.Китеү, икенсе ҡалала йәшәү— ата-әсәләр өсөн ҡиммәт тә, өҫтәмә тулҡынланыу ҙа, – тине Радий Хәбиров.
Башҡортостандың мәғариф министры Илдар Мәүлетбирҙин билдәләүенсә, яҡын арала республикала 10 колледж яңыртыласаҡ. Мәҫәлән, “Йәштәр һәм балалар” милли проектының “Профессионалитет” федераль проекты сиктәрендә 2026 йылда конкурс йомғаҡтары буйынса төбәктә һигеҙ яңы кластер булдырыласаҡ. Дөйөм алғанда, республикала улар 27 буласаҡ. Кластерҙар төҙөүгә 2,4 миллиард һум федераль аҡса йәлеп ителгән. Булдырылған үҙәктәр һаны буйынса Башҡортостан Рәсәйҙә 1-се урынды биләй.
Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы үткәргән конкурс һайлап алыу һөҙөмтәләре буйынса, “Агросәнәғәт комплексында кадрҙар” федераль проекты сиктәрендә Н.М. Сибирцев исемендәге Аксенов исемендәге агросәнәғәт колледжы һәм З.Ш. Аҡназаров исемендәге Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы ике йыл эсендә матди-техник базаны яңыртыуға 285 миллион һумдан ашыу күләмдә федераль субсидия аласаҡ.