Йәнтөйәк
+9 °С
Ясно
Антитеррор
Общие статьи
16 Февраля , 16:27

Изге Рамаҙан айына әҙерлек

Иртәгә, 18 февралдә,  ҡояш байығас,  изге Рамаҙан айы башлана. Ураҙа алдынан Иҫке Ҡаҙансы ауылы ағинәйҙәре йыйылышып,  урындағы мәсеттә  өмә үткәрә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Изге Рамаҙан айына әҙерлекИзге Рамаҙан айына әҙерлек
Изге Рамаҙан айына әҙерлек

Рамаҙан айы —  ураҙа тоту, пакланыу, тәрбиә, изге ғәмәлдәр ҡылыу айы. Был айҙың бөйөклөгөн белгән ағинәйҙәр күптән әҙерлек алып бара.  Мәмдүнә Ғаян ҡыҙы етәкселегендә кисә улар мәсеткә йыйылып, бергәләшеп балаҫтарҙы ҡағып, туҙанды һөртөп, иҙәндәрҙе йыуып сығалар. Мәсет йәмләнеп, дин ҡәрҙәштәребеҙҙе  көтөп ҡала.

“Рамаҙан айы - ул беҙҙең иң яҡшы ҡунағыбыҙ, ул беҙгә йылына бер тапҡыр ғына килеп китә. Эй, Аллаһым, барыбыҙға ла изге Рамаҙан айын яҡшы әҙерлек һәм изге ниәттәр менән ҡаршы алырға, ураҙаларыбыҙы тоторға, гонаһтарыбыҙҙан арынырға, сауаптарға ирешергә, рәхмәтеңә лайыҡ булырға насип ит! Амин! —  тип теләй ағинәйҙәр.

Наилә Имаева.

 

Изге Рамаҙан айына әҙерлек
Изге Рамаҙан айына әҙерлек
Изге Рамаҙан айына әҙерлек
Изге Рамаҙан айына әҙерлек
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас