Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова Балтас районында йәшәгән, күп бала тәрбиәләп үҫтергән ғаиләлә булды. Беҙ был һоҡланғыс ғаилә менән 13-сө сабыйҙары Байрас тыуғандан һуң танышып, берҙәм, уңған, татыу Хәйҙәршиндарҙың бәхет серен асҡайныҡ. Бөгөн уларҙа ҡунаҡта – министр Ленара Хәким ҡыҙы Иванова. Етәксенең республикала беренсе булып Герой әсә исеменә лайыҡ булған Альбина Хәйҙәршина, ғаилә башлығы, балалар менән танышып, ниндәй тәьҫораттар алыуы тураһында һөйләгебеҙ килә.
“Бөгөн мин ысын мәғәнәһендә ҙур һәм татыу Хәйҙәршиндар ғаиләһендә булдым. Уларҙың йорто ниндәй матур, һәр нимә нисек уйланып эшләнгән! Һәр ерҙә тәртип, таҙалыҡ, матурлыҡ. Ә бит улар 13 баланы тәрбиәләй! – тип һоҡланған етәксе. – Был балаларҙың уңыштары шатландыра һәм илһамландыра: өлкәндәре үҙҙәренең ғаиләләрен ҡорған һәм бала үҫтерә, бөтәһе лә юғары белем алған, эшләй һәм профессионалдар кимәленә еткән. Бер улы район үҙәгендә кафе асҡан, икенсеһе Ҡазан консерваторияһында уҡый, ике ҡыҙҙары – студенттар, уҡыусылар ҙа, кескәйҙәр ҙә бар араларында. Бөтәһе лә хайран ҡалырлыҡ матур һәм тәрбиәле. Килеү менән мин уларҙың ғаилә бәхетенә сумдым.
Был йорттоң йөрәге, әлбиттә, – әсәләре Альбина. Был нәфис, ҡупшы ҡатын бөтә ғаиләне, мәшәҡәттәрҙе контролдә тоторға өйрәнгән, шуның менән бергә еңел хәрәкәтсән, йөҙөнән йылмайыу китмәй. Ул үҙенең йәй көнө биш литрлы 97 биҙрә урман еләге йыйып һатыуҙан 300 мең һум аҡса эшләгәнен ишетеп, ғәжәпләнеүемдең сиге булманы. Ниндәй хеҙмәт, егәрлелек кәрәк! Ә ҡышын пихта миндектәре ходҡа китә, өҫтәүенә бәйләү менән шөғөлләнә, мал-тыуар ҡарай. Шуға күрә өҫтәлдәрдә тәмле, тәбиғи аҙыҡ-түлек. Үҙем күргәндәремде яҙып ултырам, үҙем ышанмайым, был ҡупшы, ҡаҡса ҡатындың көсө нисек барыһына етә икән? Эштең башы тап шунда – Хәйҙәршиндар ғаиләһенең феноменда. Уларҙың эште ауыр итеп башҡарыуы һиҙелмәй, әйтерһең дә, хеҙмәт бары көс һәм һөйөнөс кенә биргәндәй. Янып эшләйҙәр! Был кешеләрҙә иң мөһиме – бер-береһенә мөнәсәбәт – оло һөйөү.
Ихатала Альбинаның ире, ҡул эштәре оҫтаһы Венер беҙҙе үҙенең ғаилә мәшәҡәттәрен еңеләйтеүсе нимәләр эшләүе менән таныштыра.
Хәйҙәршиндарҙың балаларға һәм ял ойоштороуға мөнәсәбәте айырыуса һоҡландырҙы. Ҡыш һайын өй эргәһендә тау эшләйҙәр. Был күңелле ваҡиғаны балалар ғына түгел, бөтә урам көтөп ала. Йорт ишеге өҫтөндә “Хәйҙәршиндар ғаиләһе йорто” тигән яҙыу иғтибарҙы тарта. Бында тағы ла әйләнеп ҡайтаһы килә...”
Фото: Ғаилә,хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.
Автор: Дина Арсланова
https://bashgazet.ru/articles/sotsial-m-s-l/2026-02-15/ministr-h-y-rshindar-a-una-a-kilde-4578798