Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
15 Февраль , 09:07

Батырҙар исеме беҙҙең йөрәктәрҙә һаҡлана

Бөгөн Совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыуға 37 йыл тулды. Был көн Рәсәй тарихының иҫтәлекле даталар календарына индерелеп, дәүләт кимәлендә Ватан алдындағы хәрби бурысын үтәгән яугирҙарҙы  иҫкә алыу көнө булараҡ билдәләнә.

Батырҙар исеме беҙҙең йөрәктәрҙә һаҡлана
Батырҙар исеме беҙҙең йөрәктәрҙә һаҡлана

Афған! Был һүҙҙәрҙе әйтеү менән күҙ алдына тау-ташлы рәхимһеҙ ҡояшлы афған ере килеп баҫа. Был һуғыш беҙҙең илгә 15 меңгә яҡын ҡурғаш табут, 36 мең яралы, 312 хәбәрһеҙ юғалған һалдат рәүешендә әйләнеп ҡайта.

“Сат  ауылында яугир-интернационалистар Суфиянов Дарвин Мәүләүи улы һәм Иҫке Мутабаш ауылында Ялаев Флүр Әхсән улы ҡәберҙәренә  веноктар һәм сәскәләр һалдыҡ.

Тантаналы сарала Мутабаш ауыл  биләмәһе башлығы Ратмир Илдар улы Ғәлиәкбәров,  Чечен Республикаһында хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы Салауат Валерик улы Шабиев,  ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре, Иҫке Мутабаш һәм Сат  ауылдары халҡы ҡатнашты. Һәләк булған яугирҙарҙы  бер минут тынлыҡ менән иҫкә алдыҡ”, — тип хәбәр итте  мәҙәниәт хеҙмәткәре Ильвера Хәбибуллина.

Наилә Имаева.

 

Батырҙар исеме беҙҙең йөрәктәрҙә һаҡлана
Батырҙар исеме беҙҙең йөрәктәрҙә һаҡлана
Батырҙар исеме беҙҙең йөрәктәрҙә һаҡлана
Батырҙар исеме беҙҙең йөрәктәрҙә һаҡлана
Батырҙар исеме беҙҙең йөрәктәрҙә һаҡлана
Батырҙар исеме беҙҙең йөрәктәрҙә һаҡлана
Батырҙар исеме беҙҙең йөрәктәрҙә һаҡлана
Автор: Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас