Йәнтөйәк
-8 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
13 Февраль , 14:35

Һөйөүгә ҡоролған ғаилә

башҡаларға ла нурын мул өләшә, үҙ артынан әйҙәй, күңелдәргә ғәм, сәм өҫтәй. Ирина һәм Георгий  Аликаевтар 2019 йылда   “Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн” миҙалы менән бүләкләнә. Шулай уҡ күп балалы әсә  “Рәсәй әсәйҙәре” Бөтә Рәсәй йәмәғәт хәрәкәтенең миҙалына ла лайыҡ була.

Һөйөүгә ҡоролған ғаилә
Һөйөүгә ҡоролған ғаилә

Мишкә ауылында үҙҙәренең татыулығы, берҙәмлеге менән йәштәргә өлгө булырҙай ғаиләләр байтаҡ. Улар тормош ауырлыҡтарын тигеҙ күтәреп, шатлыҡтарҙы уртаҡлашып, бер-береһенә терәк-таяныс булып, аңлашып ғүмер юлынан тигеҙ атлай.  Ошондай ғаиләләрҙең береһе — алты ул тәрбиәләүсе Ирина һәм Георгий Аликаевтар.

Аликаевтар ғаиләһе  бынан 35 йыл элек, 1991 йылдың август айында барлыҡҡа килә. Икеһе лә бер ауылдан, ишле ғаиләлә тыуып үҫәләр. 7-се кластан дуҫлашып йөрөп, матур ғаилә ҡоралар. Шуға йәштәр баштан уҡ иркен өй, ҙур ғаилә тураһында хыяллана. Тырыш, булдыҡлы парҙың теләктәре тормошҡа аша — бәхетле, ныҡлы  ғаилә усағы төҙөп, бына тигән дүрт улға ғүмер бирәләр. Бала йәнле, хәстәрлекле ата-әсә ике малайҙы ла уллыҡҡа ала.

Аликаевтар үҙ өлгөләрендә улдарында хеҙмәт һөйөүсәнлек, маҡсатсанлыҡ, бер-береһенә хөрмәт, ярҙамсыллыҡ кеүек сифаттарҙы  тәрбиәләргә тырыша. Ир-егеткә ил терәге, ғаилә таянысы булыу кеүек оло, яуаплы бурыс йөкләтелгән ата-әсә балаларына бәләкәйҙән һеңдереп үҫтерә.

2019 йылда Бөрө ҡалаһында Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә арналған матур байрамда Аликаевтар ғаилә традицияларын һаҡлаған, ата-әсә бурысын оло яуаплылыҡ менән башҡарған өсөн  “Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн” миҙалы менән бүләкләнә. Шулай уҡ күп балалы әсә  “Рәсәй әсәйҙәре” Бөтә Рәсәй йәмәғәт хәрәкәтенең миҙалына ла лайыҡ була.

Һәр кеше өсөн ғаилә — донъяла иң мөһиме. Ғаиләң юҡ икән — бер нәмәң дә юҡ тип атала. Беҙ тормош иптәшем менән үҙебеҙҙе бәхетле кешеләр тип һанайбыҙ. Беҙҙең татыу, берҙәм ғаиләбеҙ, ғорурланып йәшәрлек, үҙебеҙгә ныҡлы терәк булырлыҡ алты улыбыҙ — таянысыбыҙ бар. Балаларыбыҙ гел шулай ғорурлыҡ тойғоһо ғына уятып, уңыштары менән һөйөндөрөп кенә йәшәһен, — ти ғаилә усағын һаҡлаусы хәстәрлекле әсә Ирина Аликаева.

(Был татыу ғаилә тураһында тулыраҡ "Йәнтөйәк" район-ара гәзитенең киләһе һанында уҡый алаһығыҙ).

Илһөйәр Махатова әҙерләне.

Сығанаҡ: https://vk.com/wall-99433807_6960

Һөйөүгә ҡоролған ғаилә
Һөйөүгә ҡоролған ғаилә
Һөйөүгә ҡоролған ғаилә
Автор: Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас