Дөрөҫ туҡланыу.
Һаулыҡҡа битараф ҡарау хас беҙҙең халыҡҡа. Төп аҙығыбыҙ - ит, бәрәңге, ҡамыр аштары. Рәхәтләнеп көнө-төнө бешеренәбеҙ, балалар көнө-төнө ашауҙан бушамай. Баланың туҡланыу ғәҙәте ғаиләнән килә бит. Бәләкәйҙән нимә яҡшы, нимә насар икәнен күреп, аңлап үҫкән бала үҙенең балаларына ла шул белемде еткерәсәк. Дөрөҫ туҡланыу тураһында интернет тулы мәғлүмәт.
Хеҙмәткә һөйөү.
Бәләкәйҙән ҡыҙ баланы әсәй кеше эшкә өйрәтә. Тәүҙә урынын йыйыу, ҙурая биргәс ашағандан һуң уҡ һауыт-һабаны йыуып, өҫтәлде йыйыштырыу, саңдарҙы һөртөү, иҙән йыуыу, кер үтекләү һәм башҡа эштәр; яйлап ҡоймаҡ ҡойоу, һалма йәйеү, икмәк һалыу, бәлеш бешереү кеүек ауырыраҡ эштәргә өйрәтергә кәрәк. Ялҡаулыҡ - хурлыҡ, ти торған ине борон ололар.
Белемлелек.
Һөнәрле булыу ғына етмәй. Төрлө өлкәләрҙә лә үҙ фекере булған аҡыллы ҡатын-ҡыҙҙы ихтирам итмәү мөмкин түгел. Китап, гәзит-журналдар уҡып, белемеңде киңәйтеп, яңылыҡтар менән танышып тороу кәрәк.
Тыйнаҡлыҡ.
Егеттәр менән үҙеңде нисек тоторға әсәй өйрәтмәһә кем өйрәтһен? Асыҡтан-асыҡ һәйләшеү оят түгел. Һүгенеү, ҡысҡырып талашыу кеүек йәмһеҙ ҡыланыштарҙы күреп үҫергә тейеш түгел бала. Ипле итеп кейенеү ғәҙәте лә әсәй тәрбиәһенән тора.
Ғәҙәттәр.
Ҡыҙ бала ауыҙына шарап алырға тейеш түгел. Тәмәке тураһында әйтеп торорға ла кәрәкмәй. Бындай хәшәрәт ғәҙәттәрҙән ҡыҙ-баланы әсәй кеше ҡурсалап, бәләкәйҙән аңлатып үҫтерергә тейеш.
Ирҙәргә мөнәсәбәт.
Атаһына өйөндә ниндәй мөнәсәбәт күреп үҫә, үҙ иренә лә шундай мөнәсәбәт күрһәтәсәк ҡыҙ кеше. Атаһын эштән өҫтәл әҙерләп ҡаршы алырға, ағай-ҡустылары алдында тыйнаҡ булырға өйрәтергә кәрәк. Ҡайны алдында шорты, топ кейеп шарҡылдап көлөп йә ҡысҡырып талашып йөрөгән килендәр күбәйҙе хәҙер.
Үҙеңде яратыу.
Үҙеңде яратһаң ғына һине башҡалар ҙа яратасаҡ, тигән төшөнсәне аңлатырға кәрәк ҡыҙ балаға. Үҙе менән ҡәнәғәт кеше үҙе лә бәхетле, яҡындарына ла өләшә бәхетен.
Онотмайыҡ, ҡатын-ҡыҙ - тормош йәме, өй ҡото. Беҙ тәртипле, тыйнаҡ, әҙәпле булһаҡ, ир-егеттәргә ни ҡала?
("Яҡшы ҡатын - өй ҡото, ир яҡшыһы - ил ҡото" төркөмөнән)