Иҫтәлекле дата алдынан матур яңылыҡ билдәле булды: Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы Рәми Ғарипов исемендәге миҙал булдырыу тураһында ҡарар ҡабул иткән. Положениеға ярашлы, миҙал “Башҡортостан әҙәбиәтен үҫтереүгә индергән өлөш өсөн” тип тапшырыласаҡ. Уны яҙыусыларға ғына түгел, милли әҙәбиәтебеҙҙе үҫтереүҙә ҙур роль уйнаған сәнғәт оҫталарына, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәренә, сит ил вәкилдәренә лә тапшыра алалар.
Һәр миҙалдың номеры була. Наградаға башлап лайыҡ булыусыларҙың исемдәре яҡын айҙарҙа билдәле булырға тейеш.
Рәми Ғарипов миҙалы – ул әҙәбиәтебеҙ үҫешенә ҙур өлөш индергән шәхестәрҙең хеҙмәтен баһалау менән бер рәттән, олуғ шағирыбыҙҙың ижадын, иҫтәлеген мәңгеләштереү йәһәтенән дә баһалап бөткөһөҙ әһәмиәткә эйә, тигән ҡыуаныс тойғоһо күңелде биләй. Иҫтәлекле көн менән, рухташ дуҫтар!
Фотолар: ramigaripov.ru/albums/, Яҙыусылар союзы.
Автор: Равиля Гатауллина