Дәүләт ярҙамы саралары һәм белгестәрҙән кәңәш алыу мөмкинлектәре ғаиләләргә ярҙамдың мөһим шарттары булып тора. Быларҙың барыһы ла “Ғаилә” милли проекты (национальный проект “Семья”) бурыстарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә.
Бөгөн, 12 февралдә, Берҙәм ғаилә консультациялары көнө үткәрелә. 10-дан 17 сәғәткә тиклем ойошторолған сара “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнашҡан 52 ауылда була.
Был көндө бер урында бер нисә хеҙмәт белгестәре кәңәшен алыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ. Эшкә урынлашыу, ғаиләләргә һәм балаларға дәүләт ярҙамы саралары, дәүләт хеҙмәттәрен рәсмиләштереү, түләүҙәр, ташламалар, бала хоҡуҡтарын яҡлау, хоҡуҡи ярҙам һәм сәләмәт тормош алып барыу мәсьәләләре буйынса кәңәштәр алырға мөмкин буласаҡ.
Түбәндәге ойошмаларҙан вәкилдәр буласаҡ:
Алдан яҙылыу талап ителмәй һәм барлыҡ кәңәштәр ҙә бушлай бирелә.