Йәнтөйәк
-6 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
12 Февраль , 11:00

БПЛА-ны биш бармағың кеүек белеү шарт

Һалдаттарҙы физик яҡтан әҙерләйҙәр.

БПЛА-ны биш бармағың кеүек белеү шарт
БПЛА-ны биш бармағың кеүек белеү шарт

Башҡортостанда Владлен Татарский исемендәге пилотһыҙ осоу аппараттарына операторҙар әҙерләү буйынса тактик һәм махсус тактик үҙәк асылған. Рәсәй Ҡораллы көстәр сафына баҫыу өсөн контракт төҙөүселәргә уҡыуҙар бушлай ойошторола.

Бында ла армиялағы шикелле теоретик уҡыуҙар планлаштырылған, пилотһыҙ осоу аппаратын энәһенән ебенә хәтлем тигәндәй тикшерәләр, уны һүтеп-йыйыу, осорға әҙерләү күҙ уңында тотола. Унан инде симулятор ярҙамында БПЛА-ны һынап ҡарайҙар. Уҡыуҙар тамамланғанда һәр һалдат пилотһыҙ осоу аппаратын ҡулындағы биш бармағылай белергә бурыслы.

– Һүҙ ҙә юҡ, һалдатты физик яҡтан әҙерләйбеҙ, бының киреһе булыуы мөмкин түгел, – тип һөйләнеләр беҙгә Владлен Татарский исемендәге пилотһыҙ осоу аппараттарына операторҙар әҙерләү буйынса тактик һәм махсус тактик үҙәгендә саҡта. – Артабан вестибуляр аппаратында күнекмәләр башлана, уға ябай әйбер тип ҡарарға ярамай, ул ныҡ көс талап итә. Унан инде дрон менән эш итергә өйрәтәбеҙ. Башта симулятор ярҙамға килә, һуңынан ысын аппараттты эшкә ҡушабыҙ.

Фото: Айрат Нурмөхәмәтов.

Автор:
Читайте нас