Сара Асҡын, Балтас, Бөрө, Борай, Дыуан, Ҡариҙел, Ҡыйғы, Мишкә һәм Тәтешле райондарынан ҡатнашыусыларҙы, шулай уҡ районыбыҙҙың махсус хәрби операция ветерандар командаһын берләштерҙе.
Спорт бәйгеһендә ҡатнашыусыларҙы район хакимиәте башлығы Айҙар Шәйҙуллин, Рәсәй геройҙары Владимир Алимов, Сергей Тулин һәм башҡа ҡунаҡтар сәләмләне.
Асыу тантанаһынан һуң муниципаль командалар араһында ярыштар башланды. Ҡатнашыусылар пневматик винтовканан атыуҙа үҙенең теүәллеген, автоматты һүтеп йыйыуҙа тиҙлеген, урындан оҙонлоҡҡа һикереүҙә, дартста теүәллеген һәм гер спортында көсөн күрһәтте. Һөҙөмтәлә бөтә командалар ойоштороу комитетының грамоталары менән бүләкләнде.
Артабан Ҡариҙел ҡунаҡтары автоколонна менән район үҙәге буйлап Еңеү паркына барып, Афған һәм Чечен республикалары һуғышында һәләк булған яҡташтарыбыҙҙың стелаһына сәскәләр һалдылар, бер минут тын ҡалып, һәләк булған яугирҙарҙы иҫкә алдылар.
Сара Ҡариҙел йылғаһынан балыҡ тотоп, тәмле ашын тәбиғәт ҡосағында ашап, самауырҙан сәй эсеүе менән тамамланды.
Марат Бүләков.
Автор фотолары.