

“Ағинәйҙәр ҡоро” район йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Закира Ғилметдинова, уның урынбаҫарҙары Асҡын ауылынан әүҙем ағинәй Нурия Шәрәфетдинова, Иҫке Ҡаҙансынан Мәмдүнә Зарипова Арбаш ауылы биләмәһе ағинәйҙәре янына осрашыуға бара. Маҡсаттары — береһенән-береһе уңған, талантлы, рухлы, оҫта ҡуллы ҡатын-ҡыҙҙар йәшәгән ауылда “Ағинәйҙәр ҡоро” йәмәғәт ойошмаһын төҙөү. Был осрашыуҙы әҙерләп үткәреүҙә Арбаш мәҙәниәт усағы методисы Динә Әсләмова ҙур тырышлыҡ һала.
Шишмә-Үрәкәй һәм Арбаш ауылы ҡатын-ҡыҙҙары йыйылған сарала Закира Хәтмулла ҡыҙы ойошманың маҡсаттары, положениеһы менән таныштырһа, Мәмдүнә Ғаян ҡыҙы был йүнәлештә күп йыллыҡ эш тәжрибәһе менән уртаҡлашып, Кем ул ағинәй? Уға ниндәй бурыстар йөкмәтелгән? Ниндәй эштәр башҡара? һымаҡ һорауҙарға аңлатма бирә. Шишмә-Үрәкәй ауылында тыуып үҫеп, бөгөн Асҡында ғүмер итеүсе Нурия Әҡсән ҡыҙы оҫта ҡуллы ҡатын-ҡыҙҙар менән таныштыра, фәһемле фекерҙәре, матур идеялары менән бүлешә.
Шулай, Арбаш ауыл клубында йылы мөхиттә ағинәйҙәр бергәләп һөйләшеп, фекер алышып, бер-береһен тыңлағандан һуң, “Ағинәйҙәр ҡоро” ойошмаһын төҙөй һәм күпселек тауыш менән яңы ойошманың рәйесе итеп, оло хөрмәткә эйә ағинәй, мәғариф ветераны Роза Әнүәр ҡыҙы Ғүмәрованы һайлай.
Балаҫ һуғыу оҫтаһы Зөбәйдә Ҡәүи ҡыҙы Шәймөхәмәтова оҫталыҡ дәресе күрһәтә. Ағас эше оҫтаһы Фәнғәт Тәлғәт улы Мөхәмәтов әсәй-өләсәйҙәрҙән ҡалған кәсепте тергеҙергә ниәтләгән ҡатын-ҡыҙҙарға станок эшләп бирергә ризалаша. Ағинәйҙәр дәртләнеп, был кәсепте Арбаш ауыл биләмәһенең бренды итергә тәҡдим итә.
Афарин, ағинәйҙәр! Онотолоп барған боронғо кәсепте тергеҙеүҙә һеҙгә тик уңыштар теләйбеҙ! Бөтә изге уй-ниәттәрегеҙ тормошҡа ашһын!
Наилә Имаева.