Рәсәй Федерацияһы Президенты Указына ярашлы, 2026 йыл илдә Рәсәй халыҡтарының берҙәмлеге йылы тип иғлан ителде. Был мөһим башланғыстың маҡсаты — ҙур илебеҙҙең бөтә халыҡтары араһында милли берҙәмлекте, тыныслыҡты һәм татыулыҡты нығытыу.
Тантаналы линейка Рәсәй һәм Башҡортостандың Дәүләт флагтарын алып инеүҙән һәм гимндар тыңлауҙан башлана. Директорҙың тәрбиә буйынса кәңәшсеһе Римма Нуриәхмәтова менән «Беренселәр хәрәкәте»нең беренсел бүлексәһе рәйесе Регина Нуретдинова әҙерләп үтәргән сара фәһемле лә, ғорурланырлыҡ та була.
Мәктәп директоры Мансур Нуриәхмәтов барыһын да сәләмләп, Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда иғлан ителгән йылдарға ниндәй ҙур мәғәнә һалыныуын аңлатып, йыл барышында планлаштырылған саралар менән таныштырып үтә.
«Халыҡтар араһында дуҫлыҡ һәм татыулыҡ — күп милләтле илебеҙҙең һәм республикабыҙҙың төп хазинаһы. Башҡортостан, шул иҫәптән районыбыҙ һәр ваҡыт тиҫтәләгән милләт дуҫ йәшәгән төбәк булды һәм әле лә шулай булып ҡала. Бөгөн мәҙәни үҙенсәлектәрҙе ихтирам итеп һәм үҙ-ара аңлашыуға ынтылып, халыҡтар араһында тыныслыҡты һәм дуҫлыҡты һаҡлау мөһим», — ти Мансур Әлфрис улы.
Ауыл китапханасыһы Гөлфинә Исламова оло тәрбиәүи әһәмиәткә эйә шундай сара әҙерләп үткәргәндәре өсөн уҡытыусыларға рәхмәт белдерә, ә уҡыусылаға уҡыуҙарында уңыштар, мәктәп тормошонда әүҙем ҡатнашып, уларҙың илһөйәр һәм телһөйәр булып үҫеүҙәрен теләй.
Уҡыусылар өсөн илебеҙҙә үҙ-ара дуҫ татыу ғүмер итеүсе халыҡтарҙың тормошо, мәҙәниәте, шөғөлдәре тураһында бай мәғлүмәт еткереүсе слайдтар күрһәтелә. Ҡыҙҙар һәм малайҙар иһә халыҡтар дуҫлығы темаһына матур итеп шиғырҙар ятлап һөйләй.
Күп быуатлыҡ тарихы һәм бай мәҙәниәте булған Рәсәйҙең үҙенсәлекле мәҙәни ҡиммәттәре, йолалары һәм ғөрөф-ғәҙәттәре булған тиҫтәләгән халыҡтар гармонияла һәм татыулыҡта йәшәгән дәүләт булыуын ғорурлыҡ менән тыңлай линейкала ҡатнашыусылар. Уҡыусылар үҙҙәре лә төрлө милли кейемдәрҙә килеп, был сараның мәртәбәһен күтәрә.
Линейка аҙағында төрлө халыҡтар кейемдә килгән балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәренән алып юғары класс уҡыусылары һәм уҡытыусыларҙың бергә “Ер-Әсә” (Матушка- Земля) йырын бергәләп башҡарыуы иһә халыҡтар берҙәмлегенә дан булып яңғырай.
Наилә Имаева.
ГодЕдинстванародовРоссии
#Годбольшойидружнойсемьи