Бөрө ҡалаһында йәшәүсе Екатерина һәм Андрей Әхмәтовтар һигеҙ бала тәрбиәләй, уларҙың өсөһө тәрбиәгә алынған. Хәстәрлекле ата-әсә өсөн һәр көн һаулыҡ өсөн көрәш булып тора, ә мөхәббәт — төп дауа.
Әхмәтовтарҙың мөхәббәт тарихы мәктәп йылдарынан башлана. Бейеү түңәрәгенә йөрөгән класташ ҡыҙына Андрей ғашиҡ була. Тәүге һөйөү йылдар үткән һайын нығынып, мөхәббәткә әйләнә һәм матур һоҡланғыс ғаилә барлыҡҡа килә. Екатерина Вячеславовна менән Андрей Алексеевич бер-береһенә терәк-таяныс булып, тормошта осраған ауырлыҡтарға бирешмәй, маҡсаттарына ҡыйыу аҙымдар менән атлай. Үткән йыл улар көмөш туйҙарын билдәләй.
46 йәшлек был һоҡланғыс гүзәл зат һигеҙ балалы ғаиләнең йөрәге. Автомобиль оҫтаһы булып танылған тормош иптәше Андрей Алексеевич иһә ышаныслы тыл. Уларҙың тормош девизы: ауырлыҡтарға бирешмәй, тик алға барырға.
Әхмәтовтарҙың өлкән улдары Сергей илебеҙ именлеген махсус хәрби операция биләмәһендә һаҡлай. Ул — машинист. Хәрби бурысын үтәгәндә яраланһа ла, яугирҙарҙы ут эсендә ҡалдырмай, алып сыға. Батырлығы, биргән антына тоғролоғо өсөн дәүләт наградаһына тәҡдим ителә.
Павел — аҙыҡ-түлек технологы.
Дмитрий — студент, Екатеринбургта тимер юл техникумында белем ала.
Егор гитарала көйҙәр яҙа, София вокал менән шөғөлләнә, ә Ангелина фортепианонан айырылмай. Апаһы менән бергә улар Мәскәү сәхнәһендә сығыш яһай, Диана Гурцкая фестивалендә ҡатнаша.
Дмитрий беренсе класта белем ала. Алты йәшлек Валерия ла шиғыр конкурсында диплом менән бүләкләнгән.
«Беҙ һәр баланың һәләтен бәләкәйҙән асып, уны үҫтереүгә ҙур көс һәм тырышлыҡ һалабыҙ. Шулай иткәндә генә улар көслө рухлы шәхес була ала», — ти күп балалы әсә.
Ғаиләлә көн дә яңғыраған гитара һәм фортепиано көйҙәренә балаларҙың шат тауыштары ҡушылып, илаһи бер моң барлыҡҡа килә. Хәстәрлекле әсә Екатерина Вячеславовна уны дирижер һымаҡ, көйләй.
Әхмәтовтарҙың өс балаһы тәрбиәгә алынған. Уларҙың һаулыҡ мөмкинлектәре сикле, ауыр сир менән интегәләр. Был балаларға ғүмер буйы ҡаты сикләүле диетала ултырыу мөһим. Шуға ла Әхмәтовтарҙың көндәлек тормошо грамлап яҙылған, ә был — титаник хеҙмәт. Айырым меню, даими күҙәтеү. Һаулыҡ тураһында һөйләгәндә балалар «үҙ» һәм «тәрбиәгә алынған»ға бүленмәй. Бында хәстәрлекте тигеҙ бүлешәләр. Ауырлыҡтар уларҙы берләштерә һәм сыныҡтыра. Ата-әсәнең маҡсаты бер: һәр баланың бәхетле тормошо һәм үҫеше.
“Был сир балаларҙың әүҙем йәшәү рәүешенә, сәйәхәттәргә һәм донъяны танып белеүенә ҡамасауларға тейеш түгел. Әлбиттә, еңел түгел, әммә туҡланыу үҙенсәлектәрен иҫәпкә алғанда, был мөмкин. 2024 йылда беҙ ҙур һәм татыу ғаиләбеҙ менән Мәскәүҙә, Адыгеяла, Һарытауҙа, Волгоградта һәм илдең башҡа көньяҡ ҡалаларында булдыҡ. Һәм беҙ бының менән генә туҡталырға теләмәйбеҙ, — ти Екатерина Әхмәтова. — Тормоштоң төрлө саҡтары була, ҡатмарлы боролоштары ла, көтөлмәгән шатлыҡтары ла. Барыһын да сабыр ғына үткәрергә, алға барырға кәрәк”.
Был ғаиләлә ике фронт, бер әсәй. Махсус хәрби операцияла улы ил именлеге өсөн көрәшһә, Бөрөлә Екатерина Вячеславовна балаларының һаулығын, бәләкәстәрендәге ижад утын һәм өйҙәге именлекте һаҡлай.
Бына шулай үҙҙәренең көс-дәрте, тырышлығы, әүҙем тормош позицияһы, балаларына булған һөйөүе менән барыһын да һоҡландырып йәшәй был татыу һәм ҙур ғаилә. Әхмәтовтарға һаулыҡ, бәхет һәм уңыштар теләйбеҙ! Үҙ өлгөләрендә улар барыһын да рухландырыуын дауам итһен, һәр төрлө ауырлыҡтарҙы мөхәббәт һәм ярҙам менән еңеп сығырға мөмкин булыуын күрһәтһен.
Камила Мөхәмәтова.
Бөрө ҡалаһы.
Фотолар ғаилә архивынан алынды.