Ҡариҙел ауылының «Олимпиясы» физкультура-һауыҡтырыу комплексында Башҡортостан Республикаһы уҡыусыларының XXVIII спартакиадаһы иҫәбенә үҫмерҙәр араһында волейбол турниры үтте.
Ярышта Асҡын, Балтас, Борай, Тәтешле, Мишкә, Ҡалтасы һәм Ҡариҙел райондары командалары ҡатнашты. Беренсе көндө — ҡыҙҙар, иртәгеһен егеттәр йыйылма командалары майҙан тотто.
Уйын һөҙөмтәләре буйынса ҡыҙҙар араһында I урын – Ҡариҙел, II - Борай һәм III урын Тәтешле командаларына бирелде.
Егеттәр араһында I урынға – Ҡариҙел, II – Балтас, III урынға Асҡын йыйылма командалары лайыҡ булды.
I һәм II урын яулаусылар республика уйынында ҡатнашсаҡ.
Марат Бүләков.