«Эмоцияларҙы ситкә ҡуйып тороп, баш менән уйларға кәрәк»
Радий Хәбиров уҡыу йорттарындағы ваҡиғаларҙан һуң ошондай күрһәтмәләр бирҙе:
«Әгәр мәктәп әһәмиәт бирмәй икән, кадрҙар буйынса тейешле ҡарарҙар ҡабул итербеҙ», – тип белдерҙе республика етәксеһе. Радий Хәбиров
Хөкүмәттә үткәргән оператив кәңәшмәнән төп темалар
💯 16 февралдә Өфөлә Волга буйы федераль округындағы иң ҙур мәктәп асыла Кузнецов Затонында 2200 урынлыҡ мәктәп төҙөлөшө тамамланды. Бинаның майҙаны – 36 мең квадрат метрҙан ашыу. Ул уҡыу кабинеттарынан тыш тамаша һәм спорт залдарын, туҡланыу блогын, асыҡ һауала спорт менән шөғөлләнеү өсөн инфраструктураны үҙ эсенә ала.
Республикала быйыл 6 590 уҡыусыға һәм 160 мәктәпкәсә урынға иҫәпләнгән алты бинаны сафҡа индереү планлаштырыла.
🧰 Республиканан ситтә белем алыусы студенттар өсөн стажировка үҙәге булдырыла Радий Хәбиров республиканан ситтә уҡыусы йәштәр өсөн Башҡортостандың Мәскәүҙәге Тулы хоҡуҡлы вәкиллеге ҡарамағында Кадрҙар стажировкаһы үҙәге булдырыу тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Студенттар республика министрлыҡтарында, ведомстволарында, шулай уҡ ойошма һәм предприятиеларҙа практика үтә аласаҡ.
📦 Мәскәүҙә уҡыған студенттарға посылкалар оҙатыу ойошторола Илебеҙҙең баш ҡалаһында белем алған республика студенттары өсөн «Башҡортостандан һөйөү менән» акцияһы дауам итә: махсус автомобиль төргәктәрҙе райондар буйлап (30 кг-ға тиклем тиҙ боҙолмай торған аҙыҡ-түлек һәм йылы кейемдәр) йыйып ала һәм, Мәскәүгә тиклем алыр барып еткереп, адресаттарға тапшыра.
🏥 БДМУ ятағындағы ваҡиғала зыян күреүселәрҙең хәле тотороҡло Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин белдереүенсә, был ваҡиғала зыян күреүселәрҙең хәле яҡшыра. Өсәүһенең хәле – уртаса, тағы ла икәүһенеке яҡшыраҡ тип баһалана. Барыһына ла тейешле ярҙам күрһәтелә.
📊Төбәк фәнни-технологик үҫеш рейтингының топ-10 исемлегенә инде Башҡортостан Рәсәй төбәктәренең фәнни-технологик үҫеше милли рейтингында 7-се урын алды. Был фән һәм инновацияларға булышлыҡ итеү буйынса системалы эш һөҙөмтәһе. 🌐
Республика ауылдары 4G элемтәһенә тоташтырыла Биш йыл эсендә республикала 4G стандартлы 7 меңдән ашыу база станцияһы урынлаштырылған һәм яңыртылған. 2025 йылда операторҙар 2 меңгә яҡын станцияға старт биргән һәм 90-ға яҡын тораҡ пунктты элемтә менән тәьмин иткән. 2026 йылда улар эш күләмен һаҡлап ҡалырға ниәтләй.
🛣 Радий Хәбиров Өфө – Белорет юлын элемтә менән тәьмин итеүҙе тамамларға ҡушты Был арала һуңғы ике йылда 11 база станцияһы төҙөлгән. Елмерҙәк боролошондағы («Тёщин язык») участкала элемтә булдырыу буйынса уникаль проект тормошҡа ашырыла. Бында автономлы энергия сығанаҡлы база станцияһы урынлаштырғандар. Хәҙер был арала тотороҡло элемтә бар, ашығыс хеҙмәттәрҙе ярҙамға оператив саҡырыу өсөн был айырыуса мөһим.
🐎«Аҡбуҙат» ипподромы сезон асыуға әҙерләнә Һуңғы 2,5 йылда ипподромда масштаблы яңыртыу эштәре башҡарылған. Ремонт эштәре менән бер рәттән ипподром өсөн яңы ҡорамалдар ҙа һатып алғандар. Артабан да ошо йүнәлештә эштәрҙе дауам итергә һәм учреждениеның музейын булдырырға планлаштыралар. Быйыл сезон 8 майҙа асыла.