“Айыҡ ауыл-2025” республика конкурсында район данын Тусыбай ауылы яҡлай. Ошо уңайҙан ауылда төрлө саралар ойоштороп, урындағы халыҡ үҙенең рухи көсөн күрһәтә.
Тусыбайҙа үткән сараларҙың һәр ҡайһыһы сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалауға йүнәлтелгән. Спорт бәйгеләре йәштәрҙе йәлеп итһә, өлкәндәр төрлө оҫталыҡ дәрестәрендә һәм осрашыуҙарҙа әүҙем ҡатнаша. Ауыл клубында ойошторолған концерттар һәм башҡа мәҙәни саралар иһә халыҡҡа рухи аҙыҡ бирә.
— Тусыбай ауылында татыу, тырыш һәм хеҙмәт һөйөүсән халыҡ йәшәй. “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнашыуҙы улар берҙәм хупланы. Был бәйге айыҡ һәм сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау, рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрҙе тергеҙеү, халыҡты милли традицияларға һәм ғөрөф-ғәҙәттәргә нигеҙләнгән йәмғиәттә файҙалы, фәһемле сараларҙа берләштереү юлы менән ғәмәлгә ашырыла, — тип билдәләне Тусыбай ауыл биләмәһе башлығы Йәлил Ғафуров.
Биләмә башлығы әйтеүенсә, “Айыҡ ауыл” конкурсы сиктәрендә шишмәләр, һәйкәлдәрҙе ҡарҙан таҙартыу буйынса өмәләр, МХО-лағы яҡташтарыбыҙ өсөн маскировка селтәрҙәре үреү, туҡмас киҫеү, саф һауала ауылдаштар менән ял итеү, балыҡ тотоу буйынса ярыштар, мәктәптәрҙә профилактик әңгәмәләр, спиртлы эсемлектәргә ҡаршы акциялар, төрлө спорт һәм мәҙәни саралар күп үтә.
Шуларҙың береһе, әле күптән түгел генә үткәне, “Мөхәббәттән башлана Ғаилә йылы” тип аталды. Башҡортостанда иғлан ителгән Ҙур һәм татыу ғаилә йылы сиктәрендә “Ғаилә” үҙәге, район Мәҙәниәт һарайы һәм ауыл клубы хеҙмәткәрҙәре тарафынан ойошторолған осрашыуҙа өлгөлө ғаиләләр тәбрикләнде.
Сарала оҙаҡ йылдар берҙәмлектә һәм татыулыҡта йәшәгән парҙар үҙҙәре менән таныштырҙы. Гүзәлиә һәм Финат Дәүләтовтарҙың өйләнешеүенә быйыл 50 йыл тула. Икеһе лә хеҙмәт һөйөүсән, Гүзәлиә Ниғәмәй ҡыҙы — һауынсы, Финат Усман улы тракторсы булып эшләгән.
Әлфинә һәм Тәбрис Йыһангировтар 48 йыл бергә. Әлфинә апай ғүмере буйына мәктәптә татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан. Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы ул. Тәбрис ағай механик булып хеҙмәт һалған.
Римма һәм Әфтәх Хәтмуллиндар 42 йыл бергә ғүмер кисерә. Колхозда төрлө эштәр башҡарған улар. Өс бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. Улдары Радик әлеге ваҡытта махсус хәрби операцияла ҡатнаша.
Абруйлы һәм хеҙмәт һөйөүсән ғаиләләр күп ауылда. Улар менән бер рәттән йәштәр ҙә үҙҙәре менән таныштырҙы. Иң йәш ғаилә — Регина һәм Илфаҡ Зариповтар. Илекәй ауылы ҡыҙы һәм Тусыбай ауылы егете 2019 йылда өйләнешкән. Ата-әсәһен һөйөндөрөп, 2021 йылда ҡыҙҙары тыуған.
Артабан “түңәрәк өҫтәл”дәр, ҡыҙыҡлы тренингтар, ижади конкурстар һәм матур концерт номерҙары барыһына ла яҡшы кәйеф бүләк итте. Район мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәре Әлфинә Нурҡаева, Гөлназ Шәрифуллина, Руслан Кабулов рухлы йырҙар башҡарҙы, алып барыусы Айдар Сираев сәхнәлә, залға төшөп тамашасылар менән ихлас аралашты.
Тусыбайҙарҙың берҙәмлеге, айыҡ һәм сәләмәт тормошҡа ынтылышы республика бәйгеһендә уңышҡа ирешергә ярҙам итер.
Фирғәт Нәбиуллин.