Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Аҡһаҡалдар ҡоро ағзаһы, СССР һәм Рәсәй ғалим-зооинженеры, башҡорт аттарын тоҡом булараҡ рәсми теркәү башланғысында тороусыларҙың береһе, юғары мәктәп уҡытыусыһы, БР Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты, ауыл хужалығы фәндәре докторы, профессор, Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре, Борай районының почётлы гражданы Ираида Әхәтова күптән түгел 80 йәшлек юбилейын билдәләне.
Бәләкәй сағында атаһының эштән ҡайтыуын тәҙрә төбөндә ултырып күҙәтеп, йыраҡта уның егелгән атының башы күренеү менән ҡаршыһына йүгереп сығыр була Ираида. Шул ат арбаһына ултырып ҡайтыуҙы донъялағы иң ҙур бәхет тип һанай ул. “Ат ене” ҡағылған ҡыҙыҡайҙың киләсәктә бар ғүмерен ошо малҡайҙарға бағышлаясағын һәм ат тоҡомо килтереп сығарасағын ул ваҡытта бер кем уйламағандыр.
Ираида Әхәтова Борай районының Мулла ауылында донъяға килгән. Әсәһе Орҡоя Мөхәмәтғәли ҡыҙы Ғәлина бар ғүмерен балаларға физика һәм математика фәндәренән белем биреүгә бағышлай. Атаһы — Бөйөк Ватан һуғышының бар михнәттәрен күреп, батырлыҡтары өсөн күкрәгенә өс орден һәм ике миҙал тағып, әммә һаулығы ҡаҡшап, инвалид булып ҡайтҡан Әбүбәкер Ғайнан улы Муллаханов тыныс тормошта колхозда тракторҙа эшләй. Ираида Әбүбәкер ҡыҙы атаһына оҡшап, малдарҙы ниндәйҙер бер эске тойомлау менән аңлай торған булған. Хатта ете генә йәшлек сағында өлкәндәр менән бергә ат сабышында ҡатнашып, икенсе килгән.
Мәҡәләм геройының ауылдашы, дуҫы, Борай районының ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Миләүшә Йәнгирова менән һөйләшәбеҙ.
— Ираида апай менән аралашып йәшәйбеҙ. Ул — әсәйемдең уҡыусыһы. Минән күпкә өлкән. Бәләкәй сағымда уның оҙон толомдарына һоҡланып ҡарай инем. Ул миңә матурлыҡ, тәрбиәлелек, маҡсатсанлыҡ өлгөһө булып тойола ине, — тип һөйләй Миләүшә Муллаян ҡыҙы. — Унда эске ныҡлыҡ, әҙәплелек, тыуған яҡҡа, нигеҙгә, нәҫелгә ҡарата ихтирам бар. Ҡыҙҙары Инна менән Алланы ла шулай тәрбиәләгән. Тыуған ауылыбыҙ Муллала күптәндән яҡын туғандары ҡалмаһа ла, ауыл зыяратында иң ҡәҙерле кешеләренең ятҡанын онотмайҙар, ата-әсәһе, туғандары ҡәбере һәр саҡ ҡараулы.
Миләүшә Муллаян ҡыҙының айырыуса ихтирам менән ауылдашы тураһындағы “ниндәй юғары үрҙәргә ирешкән” тигән һүҙҙәренә асыҡлыҡ индереп, Ираида Әбүбәкер ҡыҙының биографияһындағы даталарға күҙ һалып үтәйек. Ул 1964 йылдан 1977 йылға тиклем медицина учреждениеларында һәм СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының гельминтология лабораторияһында фельдшер булып эшләй. 1977 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтын ҡыҙыл дипломға тамамлағандан һуң 1995 йылға ҡәҙәр — Башҡортостан малсылыҡ һәм мал аҙығы етештереү ғилми-тикшеренеү институтының йылҡысылыҡ лабораторияһында ғилми хеҙмәткәр, 1995 йылдан 1999 йылға тиклем — Рәсәй Ауыл хужалығы фәндәре академияһы Башҡортостан фәнни үҙәгенең ғилми секретары, 1999-2004 йылдарҙа Башҡорт дәүләт аграр университетының ауыл хужалығы малдарын үрсетеү кафедраһы мөдире булып эшләгән. 2005 йылдан — ошо уҡ университеттың ветеринария-санитария экспертизаһы кафедраһы профессоры. 2006-2016 йылдарҙа Башҡортостан Фәндәр академияһының биология һәм ауыл хужалығы фәндәре бүлексәһенең ғилми секретары булып эшләй. 2012 йылдан — Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты.
Башҡорт атының генофондын өйрәнеү һәм һаҡлау өлкәһендә баһалап бөткөһөҙ фиҙаҡәр хеҙмәт күрһәткән Ираида Әхәтова – 270 ғилми һәм методик хеҙмәт, шул иҫәптән йылҡысылыҡта өс селекция ҡаҙанышы, 12 монография авторы, Рәсәй Федерацияһында уйлап табыуға бер патент авторҙашы. “Ауыл хужалығы хайуандарын үҫтереү”, “Һөт йылҡысылығы: нәҫел эше, бейә һөтөн етештереү һәм эшкәртеү технологиялары” китаптарын баҫтырған.
Ираида Әхәтова СССР Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһенең ике көмөш миҙалы, “СССР уйлап табыусыһы” күкрәк билдәһе, 2-се дәрәжә “Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн” орден миҙалы, Салауат Юлаев һәм “Башҡортостан Республикаһы алдындағы ҡаҙаныштары” ордендары, Рәсәй һәм БР Фәндәр академияһының, Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлыҡтарының Почет грамоталары, БР Башлығының Рәхмәт хаттары менән бүләкләнгән. Билдәле яҡташыбыҙ Борай районының почетлы гражданы ла.
Уйлап ҡараһаң, ошо ҡаҙаныштар артында күпме уҡыуҙар, эҙләнеүҙәр, тырышлыҡ ята. Юбилейы алдынан биргән интервьюһында ошондай юлдар бар: “Аспирантураны тамамлап, башҡорт аты популяцияһынан тоҡом булдырыу өҫтөндә эш башларға уйлағанымды белгәс, уҡытыусым, хеҙмәттәшем, лаборатория мөдире Виктор Степанович Мөрсәлимов миңә: “Ира, тотонма, тоҡом килтереп сығарып булмай, был — өйөр йылҡысылығы. Бының өсөн 100 йыл кәрәк буласаҡ”, — тине. Әммә миндә тырышлыҡ ҡына түгел, ныҡышмалылыҡ та бар. Ул минең тоҡом килтереп сығарыуыма ышанмаһа ла, һәр башланғысыма ярҙам итте, командировкаларға йөрөнө, тикшеренеүҙәр үткәрергә алдан һөйләшеүҙәр алып барҙы. Уның яғынан шул тиклем ярҙам булмаһа, миңә бик ауыр булыр ине. 1987 йылда — кандидатлыҡ, 1994 йылда докторлыҡ диссертацияларымды яҡланым һәм 1990 йылда беҙ башҡорт тоҡомон яҡлауға ирештек”.
Бының өсөн ул йылҡысылыҡ үрсетеү буйынса хәрби-ремонт заводтары архивтарына мөрәжәғәт итә, 19-сы быуаттағы тикшеренеүҙәрҙе өйрәнә, аттарҙың шәжәрәһен төҙөй, генофондты һаҡлап ҡалыу, яҡшыртыу ысулдарын барлай һәм бик күп эҙләнеү эштәре алып бара.
Әлеге көндә Ираида Әбүбәкер ҡыҙын башҡорт аты тоҡомоноң киләсәге борсой.
— Генофондты бер ниндәй аҡсаға ла һатып алып булмай. Шуға уны һаҡларға һәм селекционерҙар әҙерләргә кәрәк. Балаларҙа бәләкәйҙән хайуандарға, айырыуса аттарға ҡарата яратыу хисе, ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү мөһим. Ата-бабаларыбыҙ беҙгә донъяла иң яҡшы тоҡомдарҙың береһен — башҡорт атын ҡалдырған. Был — ҙур байлыҡ һәм мәҙәни мираҫ, шул уҡ ваҡытта ҙур яуаплылыҡ та. Беҙ ошо тоҡомдо һаҡларға, яҡларға, камиллаштырырға бурыслы, — ти ул.
Билдәле райондашыбыҙ менән килешмәй мөмкин түгел. Хеҙмәтен, башҡарған эшенең нәтижәһен күргән, тойған, аңлаған кеше генә шулай уйлай алалыр.
Фото ғаилә архивынан алынды.
Венера Арысланова.
Борай районы.