Йәнтөйәк
-8 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
8 Февраль , 15:55

Көрәктәр ҡулда уйнап ҡына торҙо!

Ирекмәндәр өлкәндәргә, Ватан һағындағы яҡташтарының ғаиләләренә ярҙам итә, халыҡтың ялын ойоштора, экологик сараларҙа ҡатнаша. Тайҡаш ауылы ирекмәндәре был йәһәттән күптәргә өлгө.

Көрәктәр ҡулда уйнап ҡына торҙо!
Көрәктәр ҡулда уйнап ҡына торҙо!

Ауылда ирекмәндәр хәрәкәте бөгөнгө ҡатмарлы заман шарттарында айырыуса мөһим, ул социаль әһәмиәтле һәм хәйриә  сараларын үткәреү өсөн битараф булмаған фекерҙәштәрҙе бер усҡа туплай. Ирекмәндәр өлкәндәргә, Ватан һағындағы яҡташтарының ғаиләләренә ярҙам итә, халыҡтың ялын ойоштора, экологик сараларҙа ҡатнаша. Тайҡаш ауылы ирекмәндәре был йәһәттән күптәргә өлгө, тип яҙа “Ҡариҙел” гәзите.

 «Ирекмәндәр командаһы» тиһәк, өлкән быуындың күҙ алдына иң беренсе «Тимур һәм уның командаһы» килеп баҫа. Ауылдаштарҙың  ирекмәндәр отрядтарын төҙөп һәм ең һыҙғанып йәштәргә өлгө күрһәтеүе, изге эштәр башҡарыуы үҙе яҡшы һабаҡ. Ошондай саф күңелле, рухлы халыҡ бөгөн Тайҡаш ауылында дәртләнеп тормош көтә һәм ярҙамға мохтаждарға – аҡһаҡалдарға һәм ағинәйҙәргә, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ир-егеттәрҙең ғаиләләренә, күп балалы ғаиләләргә – ҡулдан килгәнсә ярҙам итеүҙе төп бурыстарының береһе тип һанай.

Ҡышҡы миҙгел ауыл кешеһенә байтаҡ ҡына мәшәҡәттәр тыуҙырҙы. Ирекмәндәр был осраҡта ла йәһәт кенә эш ҡоралдарын алып, ярҙамға ашыға, юлдарҙы, ихата алдарын ҡарҙан таҙарта. “Изге эштәр ҡылырға бер ҡасан да һүң түгел, теләк кенә булһын!”– ти улар.

Марат Бүләков фотолары.

Көрәктәр ҡулда уйнап ҡына торҙо!
Көрәктәр ҡулда уйнап ҡына торҙо!
Көрәктәр ҡулда уйнап ҡына торҙо!
Автор: Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас