Йәнтөйәк
-8 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
8 Февраль , 17:35

Иҙел буйы федераль округы интеллектуаль олимпиадаһының төбәк этабы уҙҙы

Асҡын районы уҡыусылары баш ҡалабыҙҙың Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназия интернатында уҙған  Иҙел буйы федераль округы интеллектуаль олимпиадаһының төбәк этабында ҡатнашты.

Иҙел буйы федераль округы интеллектуаль олимпиадаһының төбәк этабы уҙҙы
Иҙел буйы федераль округы интеллектуаль олимпиадаһының төбәк этабы уҙҙы

Олимпиадала уҡыусылар үҙҙәрен бер нисә мауыҡтырғыс йүнәлештә күрһәтә алды.

Асҡын 1-се урта мәктәбе директорының тәрбиә буйынса кәңәшсеһе Алевтина Васильевна Солодова етәкселегендә уҡыусылар “Нимә? Ҡайҙа? Ҡасан?» интеллектуаль уйында ярышты.

"Робот техникаһы" йүнәлешендә Иҫке Ҡаҙансы урта мәктәбе уҡытыусыһы Булат Әлфрис  улы Нуриәхмәтов етәкселегендә Денис Чураков менән  Артур Шаймарҙанов  ҡатнаша. Олимпиаданың был бүлегендә уҡыусылар роботтар эшләү һәм программалау өлкәһендә үҙ оҫталыҡтарын күрһәтә. Был йүнәлеш ҡатнашыусыларҙа техник фекерләүҙе һәм ижадилыҡты үҫтереүгә булышлыҡ итә.

“Уйлап табылған мәсьәләләрҙе сисеү”  йүнәлешендә Асҡындың 1-се һәм 2-се урта мәктәптәренән  Камилла Суфиянова менән Радмир Хиләжев ҡатнаша. Етәкселәре — Илнара Филүс ҡыҙы Әсләмова һәм Айгөл Айрат ҡыҙы Хиләжева.  Был йүнәлештә ҡатнашыусылар үҙ проектын яҡлай.

“Район уҡыусылары бөтә йүнәлештәрҙә лә үҙҙәрен лайыҡлы күрһәтте. Хөрмәтле уҡытыусылар! Уҡыусылар командаларын әҙерләгәнегеҙ һәм ошо олимпиадала ҡатнашҡанығыҙ өсөн рәхмәт ”, — тип рәхмәт белдерә район мәғариф бүлеге.

Наилә Имаева.

Иҙел буйы федераль округы интеллектуаль олимпиадаһының төбәк этабы уҙҙы
Иҙел буйы федераль округы интеллектуаль олимпиадаһының төбәк этабы уҙҙы
Иҙел буйы федераль округы интеллектуаль олимпиадаһының төбәк этабы уҙҙы
Иҙел буйы федераль округы интеллектуаль олимпиадаһының төбәк этабы уҙҙы
Иҙел буйы федераль округы интеллектуаль олимпиадаһының төбәк этабы уҙҙы
Иҙел буйы федераль округы интеллектуаль олимпиадаһының төбәк этабы уҙҙы
Иҙел буйы федераль округы интеллектуаль олимпиадаһының төбәк этабы уҙҙы
Автор: Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас