Йәнтөйәк
-8 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
8 Февраль , 16:00

Башҡортостандан БПЛА операторҙары - юғары класлы белгестәр

Махсус хәрби операция биләмәһендә улар лайыҡлы хеҙмәт итә.

Башҡортостандан БПЛА операторҙары - юғары класлы белгестәр
Башҡортостандан БПЛА операторҙары - юғары класлы белгестәр

Махсус хәрби операция башланғандан алып, исемле батальондар булдырылыуҙың тәүге көндәренән үк Башҡортостан подразделениеларҙы пилотһыҙ осоу аппраттары менән тәьмин итә. Шулай ҙа 2022 йылда хәрби тәғәйенләнештәге яңы ҡорамалдарҙа эшләү буйынса белгестәр етмәне. Шуға хәрби күнекмәнән һуң хәрбиҙәр өҫтәмә рәүештә дрондарҙы өйрәнде һәм үҙаллы яңы фәнде үҙләштерҙе. Хәҙер улар юғары класлы белгестәр булараҡ, махсус хәрби операциялағы тәжрибәне йәштәргә тапшыра. 

Республика Башлығының хәрбиҙәр менән бәйләнеш буйынса кәңәшсеһе Алик Камалетдинов Башҡортостан яугирҙәренең фронтта ҙур тәжрибә туплауы тураһында белдерҙе.

Шуны белеү мөһим, пилотһыҙ осоу аппараттары операторҙары йыраҡтан эшләй. Дрондарға идара итеү пультынан яу һыҙатына саҡлы бер нисә тиҫтә километр бар, был дрон менән эшләүселәрҙең ғүмере һәм һаулығы өсөн хәүефһеҙлекте лә күпкә кәметә. Махсус хәрби операция зонаһындағы коптерҙар урынды өйрәнә, дошмандың позицияһын разведкалай, кәрәк саҡта һөжүм итә, хатта йөк алып барып еткерә. Ләкин идара итеү өсөн үткер күҙ, аналитик фекерләү, етеҙ бармаҡтар кәрәк.

Пилотһыҙ осоу системалары ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеүсе граждандарға МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә тигән барлыҡ ярҙам саралары ла ҡаралған.

Шуныһы ла мөһим, был һөнәр эйәләренең тәжрибәһенең, белеменең тыныс тормошта ла кәрәге тейә.

 –Яуҙа тәжрибә алған пилотһыҙ осоу аппараттары белгестәре сәнәғәттең, ауыл хужалығының, яғыулыҡ -энергетика комплексының бөтә төрҙәрендә лә тиерлек эшләй ала.  Әгәр яугир хәрби хеҙмәтен дауам итергә теләһә, Оборона министрлығы менән контракт төҙөй. 2022 йылда рядовой булғандарҙың хәҙер күптәре өлкән лейтенант званиеһы алып, рота, хатта батальон  командиры булып хеҙмәт итә. Армияла үҫеүҙе лә бер кем дә кире ҡаҡмаған. Барыһы ла һалдаттың үҙенә, уның әхлаҡи-эшлекле сифаттарына һәм профессионализмына бәйле, – ти Алик Камалетдинов.

Фото: Эдуард Кускарбәков, “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы.

 Автор: Резеда Шәнгәрәева

https://bashgazet.ru/articles/gorurlanabiz/2026-02-07/bash-ortostandan-bpla-operator-ary-yu-ary-klasly-belgest-r-4568554

Автор:
Читайте нас