Йәнтөйәк
-9 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
7 Февраль , 12:20

Асҡын дауаханаһы тағы бер ҡорамалға байыны

Лазерҙы ҡулланыу юғары теүәллекте гарантиялай һәм өҙлөгөүҙәр хәүефен кәметә.

Асҡын дауаханаһы тағы бер ҡорамалға байыны
Асҡын дауаханаһы тағы бер ҡорамалға байыны

Асҡын үҙәк район дауаханаһының яңы поликлиникаһына, “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына ярашлы,  заманса лазер хирургия аппараты алынды.

Юғары технологиялы аппарат хирургия өлкәһендә ҡайһы бер мөһим бурыстарҙы башҡарыу өсөн тәғәйенләнгән. Ҡорамалды шештәрҙе эшкәртеү һәм алып ташлау өсөн ҡулланалар. Был табиптарға тиреләге һәм лайлалы тиресәләге төрлө шештәрҙе яҡшы  һөҙөмтә менән бөтөрөргә ярҙам итә. Лазерҙы ҡулланыу юғары теүәллекте гарантиялай һәм өҙлөгөүҙәр хәүефен кәметә. Аппарат туҡымаларға фотодинамик һәм гипертермик йоғонто яһарға һәләтле, был ҡайһы бер сирҙәрҙе дауалауҙа яңы мөмкинлектәр аса. Бындай ысулдар ҡан әйләнешен яҡшырта, матдәләр алмашыныуын әүҙемләштерә, туҡымаларҙың тергеҙелеүенә булыша. Тағы ла бер өҫтөнлөгө – хирургик әмәлиәттәрҙе тирә-яҡтағы туҡымаларҙы ныҡ зарар килтермәй генә үткәреү. Был хәл операцияларҙан һуң өҙлөгөүҙәрҙе булдырмаҫҡа ярҙам итәсәк һәм пациенттарҙың һауығыу барышын тиҙләтәсәк.

“Оҙайлы һәм әүҙем тормош” проекты (нацпроект Продолжительная и активная жизнь”) “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм элекке ҙур ҡоласлы “Демография” проектының ҡайһы бер йүнәлештәрен артабан үҫтерәсәк. Тәү сиратта ярҙам сараларын ғүмер оҙайлығы илдәге уртаса күрһәткестән артта ҡалған төбәктәр һәм ауылдар аласаҡ. Милли проект һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын артабан яңыртыуға йүнәлтелгән, йөрәк-ҡан тамырҙары, онкология һәм диабет сирҙәре менән көрәш буйынса федераль программалар ҙа дауам итәсәк.

Тап ошо мөһим милли проект 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә (артабан 80 йәшкә) тиклем еткереүҙе күҙ уңында тота. Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса яңы милли проект 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла.

 Фото:Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:
Читайте нас