Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
6 Февраль , 00:55

Римма Үтәшева аҡ халатлылар менән осрашты

Асҡын районына эш сәфәре барышында   Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Дәүләт Думаһы депутаты Римма Үтәшева Асҡын үҙәк район дауаханаһы коллективы менән үткәрелгән кәңәшмәлә ҡатнашты.  

Римма Үтәшева аҡ халатлылар менән осраштыРимма Үтәшева аҡ халатлылар менән осрашты
Римма Үтәшева аҡ халатлылар менән осрашты

Демография мәсьәләһен хәл итеү Рәсәйҙең, шул иҫәптән Башҡортостан дәүләт власы органдары эшмәкәрлегенең мөһим йүнәлеше булып тороуын билдәләй сығышында Римма Әмир ҡыҙы. Тыуымды арттырыу һәм сәләмәтлекте нығытыуҙа милли проекттарҙың ҙур ролен һыҙыҡ өҫтөнә ала.

“Беҙгә демография сәләмәтлеге тураһында ғына түгел, репродуктив тәртип хаҡында ла һөйләү мөһим: ғаиләлә, бала тыуыу – ул байлыҡ, тип әҙерләргә кәрәк”, — ти депутат һәм  демографияға, бала табыуға ҡағылышлы көнүҙәк мәсьәләләрҙе күтәрә.

Кәңәшмә барышында Римма Үтәшева  йәш белгестәрҙең хеҙмәт шарттары, эш хаҡы кимәле, торлаҡ менән тәьмин ителеше менән ҡыҙыҡһына. Шулай уҡ ул медицина хеҙмәткәрҙәренә, һаулыҡ һаҡлау системаһына, йәш табиптарға һәм балалы ғаиләләргә ярҙам итеүгә йүнәлтелгән ғәмәлдәге һәм ҡабул ителгән закон саралары тураһында һөйләй.

Римма Әмир ҡыҙы Яңы йыл алдынан асылған поликлиникалағы заманса шарттар менән дә таныша.

Белешмә:

Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, һаулыҡ һаҡлау отличнигы, Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалеры Римма Әмир ҡыҙы Бүздәк районы Сабай ауылында донъяға килә. 1975 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлай.

Хеҙмәт юлын ошо йылдың башында Өфө ҡалаһының 1-се бала табыу йортонда табип-акушер-гинеколог булып башлай, һуңынан ҡаланың 17 -се клиник дауаханаһында эшләй.

1976 – 1978 йылдарҙа — Өфөнөң 1-се бала табыу йортонда табип-акушер-гинеколог.

1978 – 1988 йылдарҙа табип-акушер-гинеколог, бүлек мөдире була, 1988 – 2008 йылдарҙа — Өфө ҡалаһының 4-се клиник бала табыу йорто баш табибы урынбаҫары.

2013 йылдан — Башҡорт дәүләт медицина университетының акушерлыҡ һәм гинекология кафедраһы доценты, «Башҡортостан Республикаһы татарҙарының милли-мәҙәни автономияһы» Төбәк йәмәғәт ойошмаһы советы рәйесе. Римма Үтәшева 19-сы, 20-се саҡырылыш Өфө ҡала советы депутаты, 1-се саҡырылыш Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округы Советы депутаты итеп тә һайлана. 2008 йылдан – Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Ә 2021 йылдың 19 сентябрендә VIII саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты итеп һайлана.

Наилә Имаева.

Алия Ғилуанова фотолары.

Римма Үтәшева аҡ халатлылар менән осрашты
Римма Үтәшева аҡ халатлылар менән осрашты
Римма Үтәшева аҡ халатлылар менән осрашты
Римма Үтәшева аҡ халатлылар менән осрашты
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас