

Асҡын ауылында ғүмер итеүсе хаҡлы ялдағы хөрмәтле ағинәй, дин ғилеме таратыусы, махсус хәрби операция яугирҙарына ярҙам итеүсе Хәлисә Нурулла ҡыҙын районыбыҙҙа белмәгән кеше юҡтыр. Үҙенең эргәһенә үҙе кеүек изге күңелле ағинәйҙәрҙе, гүзәл заттарҙы берләштереп, махсус хәрби операцияның башынан алып изге эш башҡара. Күптән түгел ирекмәнлек пунктын Асҡын мәғлүмәт үҙәгенә күсереп, маскировка селтәрҙәре үреү эшен унда дауам итәләр.
Бөгөн, юбилей тыуған көнөндә, Хәлисә Нурулла ҡыҙын ағинәйҙәр бүләктәр әҙерләп, милли ризыҡтарҙан табын ҡороп, матур теләктәр менән ҡаршы алды. Уларға редакция хеҙмәткәрҙәре лә ҡушылды. Баш мөхәррир Фәйрүзә Фаяз ҡыҙы хөрмәтле юбилярға районыбыҙ өсөн башҡарған изге эштәре, һәр кемгә асыҡ күңелле, йылы һүҙҙәре, фәһемле кәңәштәре өсөн оло рәхмәттәрен еткерҙе.
Илһөйәр Махатова.
Лениза Закирова фотолары.