Йәнтөйәк
+9 °С
Ясно
Антитеррор
Общие статьи
6 Февраля , 10:49

Еңеүгә ышаныс менән

Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһында ҡатнашыусы Солтанай ауылында фәһемле саралар үтә. Уларҙа урта һәм оло быуын ғына түгел, балалар ҙа ихлас ҡатнаша.

Добавить в предпочтительные источники Google
Еңеүгә ышаныс менәнЕңеүгә ышаныс менән
Еңеүгә ышаныс менән

Ауыл китапханаһы хеҙмәткәре Лилиә Сәмиғуллина әленән-әле балалар өсөн төрлө саралар ойоштора. Ошо көндәрҙә һүрәттәр конкурсы үткәрҙеләр. Лилиә Мәсхәр ҡыҙы балаларға урамдағы ҡарауһыҙ йөрөгән эттәрҙән нисек һаҡланырға кәрәклеге тураһында һөйләне. Шулай уҡ балалар янғын хәүефһеҙлеге, төрлө хәтәр осраҡтарҙан һаҡланыу ҡағиҙәләрен нығытты.

Солтанайҙар МХО яугирҙарына ла даими ярҙам ебәрә. Ошо көндәрҙә гүзәл заттар Земфира һәм Зөлфәт Хәлитовтар өйөндә йыйылып, туҡмас киҫте. “Беҙ ебәргән ризыҡтар, әйберҙәр ир-егеттәребеҙгә өй йылыһын тапшырһын. Яугирҙарыбыҙҙың тиҙерәк Еңеү менән ҡайтыуын теләйбеҙ”, — ти изге эш башҡарыусы Солтанай ауылы халҡы.

Илһөйәр Махатова.

Еңеүгә ышаныс менән
Еңеүгә ышаныс менән
Еңеүгә ышаныс менән
Еңеүгә ышаныс менән
Еңеүгә ышаныс менән
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас