Йәнтөйәк
+30 °С
Облачно
Антитеррор
Общие статьи
6 Февраля , 01:10

Дәүләт Думаһы депутаты — Ҡубияҙҙа

Асҡын районына эш сәфәре сиктәрендә Римма Үтәшева 2022 йылда Ҡубияҙ ауылында «Һаулыҡ Һаҡлау» милли проекты сиктәрендә төҙөлгән Һәм асылған  фельдшер-акушерлыҡ пунктында булды.

Дәүләт Думаһы депутаты  — ҠубияҙҙаДәүләт Думаһы депутаты  — Ҡубияҙҙа
Дәүләт Думаһы депутаты — Ҡубияҙҙа

ФАП-та Римма Әмир ҡыҙы эш шарттары менән таныша, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусының әсәһе менән аралаша, хәрби хеҙмәткәрҙәрҙе реабилитациялау һәм диспансерлаштырыу мәсьәләләре менән ҡыҙыҡһына.

Халыҡты диспансерлаштырыуҙа  яңыртылған фельдшер-акушерлык пункттарының  ҙур ролен билдәләй депутат. Улар барыһы ла  заманса кәрәкле аппаратура, электрокардиограмма  менән йыһазландырылған, лаборатория анализдары яһарға мөмкин.

Римма Әмир ҡыҙын эш сәфәрендә район хакимиәте башлығы урынбаҫары Эльза Әхмәтгәрәева, район Советы секретары Рима Нәбиуллина һәм Асҡын үҙәк район дауаханаһы баш табибы Илдар Шакиров оҙатып йөрөй. Мәртәбәле ҡунаҡтары  урындағы ағинәйҙәр халҡыбыҙ йолаһы буйынса йылы ҡаршылап, ихлас  сәләмләй.

Наилә Имаева.

Алия Ғилуанова фотолары.

 

 

 

 

Дәүләт Думаһы депутаты  — Ҡубияҙҙа
Дәүләт Думаһы депутаты  — Ҡубияҙҙа
Дәүләт Думаһы депутаты  — Ҡубияҙҙа
Дәүләт Думаһы депутаты — Ҡубияҙҙа
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас