Йәнтөйәк
-21 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
6 Февраль , 19:45

БАРЫҺЫ ЛА ЕҢЕҮ ӨСӨН: журналистар МХО-ға ярҙамға аҡса йыя

Башҡортостандың Журналистар союзы һәм Нәшриәт йорто МХО-ға ярҙам итеү өсөн аҡса йыйыу тураһында иғлан итте.

БАРЫҺЫ ЛА ЕҢЕҮ ӨСӨН: журналистар МХО-ға ярҙамға аҡса йыя
БАРЫҺЫ ЛА ЕҢЕҮ ӨСӨН: журналистар МХО-ға ярҙамға аҡса йыя

Республика Башлығы Радий Хәбиров үҙенең йыллыҡ мөрәжәғәтнамәһендә журналистарға хеҙмәте өсөн рәхмәт әйтте. Уларҙың алғы һыҙыҡтан сюжеттары берәүҙе лә битараф ҡалдырмай тип билдәләне. Республиканың хәрби хәбәрселәре махсус хәрби операция зонаһында эшләп, федераль коллегалары менән бер рәттән үҙ йылъяҙмаһын яҙа. Шулай уҡ журналистарыбыҙ МХО-ның тәүге көндәренән үк гуманитар ярҙам йыйыуҙа әүҙем ҡатнаша.

Уҙған йылдың октябрендә Башҡортостан Журналистар союзы МХО-ға мобилизацияланған киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре өсөн ҡиммәтле ҡорамалдар һатып алыуға аҡса йыйыу тураһында иғлан иткәйне. Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчев был башланғысты хупланы һәм коллегаларын һәм төбәк халҡын үҙ өлөшөн индерергә саҡырҙы.

- Киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре республика яугирҙәренә әүҙем ярҙам күрһәтә. Улар гуманитар ярҙам йыя, маскировка селтәрҙәре бәйләй һәм буржуйка-мейестәр, окоп шәмдәре эшләй. Октябрҙә матбуғат йорто хеҙмәткәрҙәре мобилизацияланған журналистарға гуманитар ярҙам алып барҙы. Бынан һуң, коллегаларыбыҙ булған яугирҙар һорауы буйынса өҫтәмә аҡса йыйыу иғлан иттек. Был аҡсаға улар өсөн разведка дронына заказ бирҙек, — тип билдәләне Максим Ульчев.

2026 йылға шулай уҡ республика журналистарының МХО зонаһына, шул иҫәптән гуманитар миссиялар менән дә, сәфәрҙәре планлаштырылған. Республика Башлығының мөрәжәғәтнамәһе йомғаҡтары буйынса, «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто журналистары төбәктең Журналистар союзы менән берлектә яңы ярҙам йыйыу иғлан итте.

"Дрондар, шулай уҡ башҡа кәрәкле әйберҙәр һатып алып, уларҙы "Башҡортостан" полкына алып барып тапшырырға ниәтләйбеҙ", - тине республика Журналистар союзы рәйесе Вәдүт Исхаҡов.

- Радий Фәрит улы үҙенең мөрәжәғәтнамәһенең асылын өс һүҙ менән әйтеп бирҙе: "БАРЫҺЫ ЛА ЕҢЕҮ ӨСӨН". Беҙ үҙ бурысыбыҙҙы был хәбәрҙе, дөйөм эштә ҡатнашҡыусыларҙың даирәһен киңәйтеүҙе күҙ уңында тотоп, "Барлыҡ кешеләр ҙә Еңеү өсөн!" тезисына әйләндереүҙә лә күрәбеҙ. Һәр кемгә еңеүгә ниндәй өлөш индереүен һәм республика яугирҙарына нисек ярҙам итә алыуын уйларға тәҡдим итәм. Көстәрҙе, тәҡдимдәрҙе, мөмкинлектәрҙе берләштереп, беҙ мотлаҡ еңәсәкбеҙ", — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Максим Ульчев.

Автор:
Читайте нас