Йәнтөйәк
-21 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
6 Февраль , 16:35

Ҡариҙелдә яңы мәғлүмәт үҙәге асылды

Был ваҡиға  редакция хеҙмәткәрҙәре  өсөн генә түгел, ә  бөтә район халҡы өсөн көтөп алынған ваҡиғаға әйләнә.

Ҡариҙелдә яңы мәғлүмәт үҙәге асылды
Ҡариҙелдә яңы мәғлүмәт үҙәге асылды

 Ҡариҙелдәрҙең шатлығын уртаҡлашырға Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы етәксеһе Максим Владимирович Ульчев, «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто» Акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы Зөлфиә Мөхтәр ҡыҙы Рәхмәтуллина, Ҡариҙел районы хакимиәте башлығы Айҙар Әнғәм улы Шәйҙуллин, шулай уҡ Краснокама, Тәтешле, Борай, Балтас, Асҡын, Мишкә райондары, Нефтекама ҡалаһы гәзиттәренең баш мөхәррирҙәре, район  матбуғаты ветерандары һәм йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре килде. 

Ҡунаҡтар ҡариҙелдәрҙе ошо тантаналы һәм тарихи көн менән ихлас ҡотлап, район мәғлүмәт үҙәгенә үҫешергә, артабан да гәзит уҡыусыларҙы Башҡортостандың һәм райондың көнүҙәк яңылыҡтары менән таныштырып тороуын теләне.  

- Ҡариҙел редакцияһында ысын профессионалдар, хөрмәтле хеҙмәттәштәребеҙ район өсөн генә түгел, бөтә республикаға мөһим булған темаларҙы һәм ваҡиғаларҙы яҡтыртыуҙа күңел биреп эшләй. Бөгөн коллектив аудиторияны киңәйтеү өсөн күп көс һала. Әлбиттә, юғары һөҙөмтәләр өсөн уңайлы эш шарттары тыуҙырыу мөһим. Яңы бинала хеҙмәттәштәребеҙҙең  ижади энергияһы яңы импульс алһын. Һеҙгә юғары ҡаҙаныштар, тираждар артыуын, социаль  селтәрҙәрҙә аудиторияның киңәйеүен  теләйем,  – тине Максим Ульчев.

Белешмә

Ҡариҙел район гәзитенең тарихы 1933 йылдың 9 авгусында башлана. Беренсе баҫма ошо йылда башҡорт телендә «Алға» исеме аҫтында донъя күрә. Гәзит ике яҡлы, А3 форматында латин телендә баҫыла. Белеүебеҙсә,  ул замандарҙа башҡорт яҙмаһында латин хәрефе ҡулланыла. Ике көндән һуң район комитеты бюроһы рус телендә «Вперёд» исемле гәзит сығарырға ҡарар итә. «Алға» гәзите 1934 йылда татар телендә генә сыға башлай. Редакция һәм типография Иҙел (Өфө) йылғаһы ярындағы йортта урынлаша. Павловка һыуһаҡлағысын төҙөгән йылдарҙа бина һыу аҫтында ҡала. 1937 йылда Байҡыбаш өйәҙен айырым районға бүләләр, унда «Ленинсы» (тат. «Ленинчы») татар телендә гәзитен сығара башлайҙар. Шуға күрә латин шрифттары Һәм материалдары Байҡыбаш типографияһына тапшырыла. Ә Ҡариҙелдә «Алға» (рус. «Вперёд») рус телендә гәзит тороп ҡала. 

 Ауыр һәм ҡатмарлы йылдарҙа полиграфистар текстарҙы ҡул менән йыя. Шуның өсөн уларға номерҙы ваҡытында сығарып өлгөртөр өсөн өсәр тәүлек эштән сыҡмай эшләргә тура килә.

 Байҡыбаш типографияһында электр уты 1954 йылда ғына барлыҡҡа килә, был баҫма станокты электр көсөнә күсерергә һәм ҡул эшен ҡыҫҡартырға мөмкинлек бирә.

 1956 йылдың йәйендә ике район Ҡариҙел районына берләштерелә һәм ошо йылдың сентябрендә гәзит рус һәм татар телдәрендә «Ленинец» һәм «Ленинчы» исемдәре аҫтында сыға башлай.

1963 йылда Идеал Ишкилдиев баш мөхәррир ваҡытында редакцияның яңы бинаһы төҙөлә. Беренсе ҡатта типография, икенсеһендә ижади коллектив урынлаша. 

1990 йылдың 24 ноябрендә «районка» исеме «Ҡариҙел» тип үҙгәртелә. Татар дубляжы «Караидел  хәбәрләре» исемен ала.

 63 йылдан ашыу район гәзитенең редакцияһы бер үк бинала урынлаша.  2025 йылдың көҙөндә, оҙаҡ фекер алышыуҙарҙан һәм оптималь ҡарар эҙләүҙәрҙән һуң, «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто Акционерҙар йәмғиәте яңы бина төҙөй башлай. Был аҙым бөтә редакция һәм тотош район өсөн әһәмиәтле була. Яңы офис төҙөлөшө рекордлы ҡыҫҡа ваҡыт эсендә тамамлана.

Марат Бүләков.

Автор: Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас