Асҡын, Ҡариҙел, Мишкә, Балтас һәм Тәтешле райондары вәкилдәре ҡатнашҡан мәртәбәле сарала район хакимиәте башлығы Динис Рәдис улы Йосопов, Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты Римма Әмир ҡыҙы Үтәшева, "Ватанды һаҡлаусылар" дәүләт фондының Башҡортостан буйынса филиалы етәксеһе Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы Ҡолһарина ҡатнашты. Мәртәбәле ҡунаҡтар араһында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар, МХО ветерандары, уларҙың ғаилә ағзалары һәм һәләк булған яугирҙарҙың ата-әсәләре һәм күп бала тәрбиәләүсе ғаиләләр бар ине.
Мәртәбәле ҡунаҡтар сығыш яһап, илебеҙҙә, республикабыҙҙа һәм районыбыҙҙа төрлө милләт вәкилдәре дуҫ-татыу йәшәүен, илебеҙҙә демографияны үҫтереүгә, ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлауға дәүләт тарафынан ҙур иғибар бирелеүен һәм дәүләт программалары тормошҡа ашырылыуын билдәләне.
Тантана барышында районыбыҙҙа күп бала тәрбиәләүсе Солтанбәктән Ләйсән һәм Данис Суфияновтар, Асҡындан Ләйсән һәм Илдар Ибраһимовтар, Ҡашҡанан Венера һәм Рәфис Ғәйбәҙуллиндар, Асҡындан Оксана һәм Евгений Кухарчук ғаиләләренә әүҙем тормош позицияһы һәм балаларҙы тәрбиәләүҙәге хеҙмәттәре өсөн Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты Римма Әмир ҡыҙы Үтәшеваның Рәхмәт хаттары тапшырылды.
Сара барышында махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған яугирҙарҙың орден һәм миҙалдары уларҙың ата-әсәһенә тапшырылды.
Кәримов Илмир Рәшит улының Батырлыҡ ордены уның ата-әсәһе Зәмзунә Фәхрулла ҡыҙы һәм Рәшит Әхмәтнур улы Кәримовтарға,
Зарипов Илмир Дамир улының Батырлыҡ ордены уның ата-әсәһе Алия Әхнәф ҡыҙы һәм Дамир Ҡәүи улы Зариповтарға,
Нәбиуллин Рифат Фәрит улының “Батырлыҡ өсөн” миҙалы уның атаһы Фәрит Фәтхулла улы Нәбиуллинға тапшырылды.
«Рәсәй халыҡтары Ассамблеяһы» Бөтә Рәсәй ижтимағи - дәүләт ойошмаһының төбәк бүлексәһенең «Ватанды һаҡлаусы атаһы» миҙалы улдары Тыуған ил именлеге өсөн батырҙарса һәләк булған яугирҙарҙың аталары —Тәтешле районынан Адуллин Евгений Минказиповичҡа, Ҡариҙел районынан Исламетдинов Фаил Ким улына, Асҡын районынан Саҙретдинов Нәдим Вәли улына тапшырылды.
«Башҡорт ҡатын – ҡыҙҙары йәмғиәте» төбәк йәмәғәт ойошмаһының Рәбиға Ҡушаева исемендәге “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” миҙалдарына Тыуған ил именлеге өсөн батырҙарса һәләк булған яугирҙарҙың әсәләре — Ҡариҙел районынан Бабушкина Галина Ивановна, Балтас районынан Ғәлиева Зәлиә Валериевна, Тәтешле районынан Йыһаншина Лидия Хәким ҡыҙы, Асҡын районынан Хафизова Тәнзилә Ғәбделбарый ҡыҙы лайыҡ булды.
Юғары профессионализм һәм «Ватанды Һаҡлаусылар» фонды эшмәкәрлегендә әүҙем ҡатнашҡандары өсөн МХО-ла ҡатнашып, сәләмәтлетәре буйынса демобилизацияланған яугирҙар Рәхмәт хаттарына эйә булды.
Сараның тантаналы өлөшөнән һуң Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге һәм Ҙур, татыу ғаилә йылдарына арналған илһөйәрлек менән һуғарылған тематик концерт күрһәтелде.
Тормош ҡото, йәшәү матурлығы — ғаиләләрҙә. Бөйөк илебеҙ артабан да сәскә атһын, күп милләтле халҡы дуҫ-татыу йәшәһен! Берҙәмлектә беҙҙең көсөбөҙ!
Наилә Имаева.
Фәйрүзә Юнысова фотолары.