Йәнтөйәк
-20 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
5 Февраль , 10:00

Асҡында Берҙәм консультациялар көнө уҙа

Бөгөн, 5 февралдә,  Асҡын районында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға, МХО ветерандарына, уларҙың ғаилә ағзаларына һәм  һәләк булған яугирҙарҙың ғаиләләренә психологик, социаль һәм хоҡуҡи ярҙам күрһәтеү буйынса «Ватанды Һаҡлаусылар» республика акцияһы үтә.

Асҡында  Берҙәм консультациялар көнө уҙа
Асҡында Берҙәм консультациялар көнө уҙа

 

Берҙәм консультациялар көнө — «Ватанды Һаҡлаусылар» фондының республика күсмә акцияһы.  Уның маҡсаты — МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына хоҡуҡи, медицина, психологик, социаль ярҙам күрһәтеү.

Мөрәжәғәт итеүселәргә  "Ватанды һаҡлаусылар" дәүләт фондының Башҡортостан буйынса филиалы, БР Адвокаттар палатаһы, Рәсәй юристары ассоциацияһының Башҡортостан бүлексәһе, Нотариаль палата, БР Дәүләт юридик бюроһы, Хәрби комиссариат, Федераль суд приставтары  хеҙмәте,  медицина учреждениелары хеҙмәткәрҙәре  ярҙам итә.

«Ватанды Һаҡлаусылар» республика күсмә акцияһы сиктәрендә ойошторолған сараларҙа Асҡын, Ҡариҙел, Балтас, Мишкә, Тәтешле райондарынан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар, ветерандар, уларҙың ғаилә ағзалары, һәләк булған яугирҙарҙың ғаиләләре һәм ошо райондарҙың хакимиәт вәкилдәре, социаль координаторҙары ҡатнаша.

Автор: Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас