Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
4 Февраль , 04:50

Солтанбәктә яугир иҫтәлегенә шахмат турниры үткәрәләр

“Фларис Фларит улы Исмәғилев —  ысын яугир, йәш быуын өсөн Тыуған илгә тоғро  хеҙмәт итеү үрнәге. Батырыбыҙ тураһында яҡты иҫтәлек күңелдәрҙә мәңге һаҡланасаҡ”, – ти солтанбәктәр.

Солтанбәктә яугир иҫтәлегенә шахмат турниры үткәрәләрСолтанбәктә яугир иҫтәлегенә шахмат турниры үткәрәләр
Солтанбәктә яугир иҫтәлегенә шахмат турниры үткәрәләр

Солтанбәк ауыл  мәҙәниәт йортонда махсус хәрби операцияла һәләк булған Фларис Фларит улы Исмәғилев  иҫтәлегенә шахмат турниры уҙа.

“Шахмат  турниры   интеллектуаль спорт ярышы ғына түгел, ә Тыуған илебеҙ именлеге өсөн ғүмерен аямаған батыр яҡташыбыҙ  тураһында  иҫтәлек булып тора.  Ярышта ҡатнашыусыларҙың күҙҙәрендә  юҡһыныу,  шул уҡ ваҡытта Фларис Фларит  улы, уның ҡыйыулығы һәм биргән антына тоғролоғо өсөн ғорурлыҡ тойғоһо сағылды, — тип һөйләне сараны ойоштороусы Ралиф Муллаянов. —  Шахмат — аҡыл һәм стратегия уйыны, һәм  ул төрлө йәштәге һәм төрлө һөнәр эйәләрен берләштерҙе. Таҡталар артында  һәр ҡатнашыусы логик фекерләү көсөн күрһәтергә тырышты. Һөҙөмтәлә Шәрифйән Ризуанов — 1-се, Рәдиф Ғиләжев — 2-се, Әмирйән Вәлиев 3-сө урын яуланы”.

Ауыл ир-егеттәренең турнирҙа әүҙем ҡатнашып, яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтеүе  Фларис Фларит улы  иҫтәлегенә хөрмәт билдәһе.  Был сара  төрлө йәштәге шахматсыларҙы осраштырып ҡына ҡалмай,  ә  ғүмерҙең һәм кеше тормошоноң ҡиммәттәрен йәнә иҫкә төшөрә. Ғүмер тиҙ уҙа, иң мөһиме Тыуған илеңде, тормошто яратырға, яҡшы эш-ғәмәлдәрең менән уны мәғәнәле итеп, яҡты эҙ ҡалдырырға кәрәк.

Фларис  Фларит улы Исмәғилев  тураһында иҫтәлек   йөрәктәрҙә мәңге һаҡланасаҡ, ә уның өлгөһө  йәш быуынды  изге эштәр һәм ынтылыштарға рухландырыр.

Наилә Имаева.

Солтанбәктә яугир иҫтәлегенә шахмат турниры үткәрәләр
Солтанбәктә яугир иҫтәлегенә шахмат турниры үткәрәләр
Солтанбәктә яугир иҫтәлегенә шахмат турниры үткәрәләр
Солтанбәктә яугир иҫтәлегенә шахмат турниры үткәрәләр
Солтанбәктә яугир иҫтәлегенә шахмат турниры үткәрәләр
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас