— Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мин республика Башлығының Мөрәжәғәтнамәһен тура трансляцияла ҡарай алманым, ләкин һуңынан яҙмаһын тыңланым. Аңлайһығыҙҙыр, махсус хәрби операция... Яралы һалдаттар, беренсе медицина ярҙамы күрһәтеү...
Радий Фәрит улы үҙенең Мөрәжәғәтнамәһендә бөтә көстө һәм тырышлыҡты Еңеүҙе яҡынайтыуға йүнәлтергә ҡушты. Төп иғтибар — махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың яҡындарына ярҙам итеү, тылды нығытыу һәм фронтҡа ярҙамды арттырыу.
Беҙҙең республика тәүге көндәрҙән үк был эшкә әүҙем ҡушылды. Яҡташтарыбыҙ намыҫ менән ҡуйылған бурыстарҙы үтәй. Беҙ төбәктең ҙур ярҙамын тоябыҙ, бының өсөн район һәм ҡалалар ирекмәндәренә, муниципалитет башлыҡтарына һәм Башҡортостан етәкселегенә ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәм.
Үҙебеҙҙең Ҡариҙел районы халҡына — район хакимиәте башлығы Айҙар Шәйҙуллинға, уның урынбаҫары Рәмил Вәлинуровҡа, оло быуын вәкилдәренә, ауыл биләмәләре башлыҡтарына, беҙгә ярҙам ҡулы һуҙған һәр кешегә айырым рәхмәтлебеҙ. Һеҙҙең изге эшегеҙ беҙҙе рухландыра, көслөрәк итә һәм Еңеүҙе яҡынайта, — тине Эльвира Нәфҡәт ҡыҙы “Ҡариҙел” гәзите журналистары менән әңгәмәләшеү ваҡытында.
Марат Бүләков.