Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
4 Февраль , 09:25

Фән көнөнә арналған сара

Ҡариҙел районы Үҙәк китапханаһында Рәсәйҙә билдәләнгән Фән көнөнә арналған "түңәрәк өҫтәл" ойошторалар.

Фән көнөнә арналған сараФән көнөнә арналған сара
Фән көнөнә арналған сара

Ултырыш райондың мәҙәниәт, мәғариф һәм фән өлкәһендәге белгестәрҙе, «Табын ырыуы берләшмәһе» йәмәғәт ойошмаһы һәм Ҡариҙел башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаларын бер өҫтәл артына йыйҙы.

Сара атайсалыбыҙҙың этномәҙәни мираҫын өйрәнеүгә һәм һаҡлауға дисциплина-ара ҡараштың мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. "Түңәрәк өҫтәл" белем һәм тәжрибә уртаҡлашыу, шулай уҡ халыҡ ижадын, телде һаҡлауға, тирә-яҡты өйрәнеү эштәрен әүҙемләштерергә һәм популярлаштырыуға ҡағылышлы көнүҙәк мәсьәләләрҙе тикшереү өсөн платформаға әйләнде.

Китапханасылар, фольклорсылар, сәнғәт өлкәһе белгестәре үҙҙәренең  эшмәкәрлеге, районда тирә-яҡты өйрәнеү буйынса төрлө йүнәлештә эҙләнеү эштәрен алып барыуҙары тураһында ултырышта ҡатнашыусыларға файҙалы мәғлүмәт еткерҙе.  

Тайҡаш ауылы старостаһы Фәғил Ҡәләмов ауылдың тарихы һәм топонимикаһы тураһында белгәндәре менән уртаҡлашты. Ошо ауылдың ағинәйе Нәйсә Нартдинова халыҡ традицияларын һаҡлау һәм үҫтереү тураһында һөйләне. Улар «Айыҡ ауыл» республика конкурсы сиктәрендә ойошторолған көнкүреш йолаларында һәм халыҡ уйындарында кеше һаны артыуына, яҡташтарының әүҙем булыуҙарын билдәләне.

Тыуған яҡты өйрәнеүсе Фидаил Сафин ҡатнашыусыларҙы Уңлар, Балыҡсы ырыуы башҡорттарының архив документтары менән таныштырҙы һәм Тайҡаш ауылының килеп сығышы тураһында ентекләп һөйләне.

Көнүҙәк һорауҙарҙың береһе — быйыл Архангель районында үтәсәк VII Табын ырыуы съезы, Ҡариҙел районында ойоштороласаҡ Унлар ырыуы һәм Асҡын районында үтәсәк Балыҡсылар ырыуы йыйындары, шулай уҡ «Табынфест – 2026» йәштәр фестиваленә әҙерлек тураһында ентекле һөйләшеү булды.

"Түңәрәк өҫтәл" һуңында ҡатнашыусылар резолюция ҡабул итте. Был ҡарар туған телде, халыҡ тарихын, мәҙәни мираҫты һаҡлау өлкәһендә дөйөм маҡсаттарға өлгәшеү өсөн төрлө учреждениелар һәм белгестәр араһында хеҙмәттәшлектең мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә ала. Был сара  Ҡариҙел районында мәҙәни үҙенсәлекте һәм социаль берҙәмлекте нығытыу юлында мөһим аҙым булды.

Марат Бүләков.

Автор фотолары.

Фән көнөнә арналған сара
Фән көнөнә арналған сара
Фән көнөнә арналған сара
Фән көнөнә арналған сара
Фән көнөнә арналған сара
Фән көнөнә арналған сара
Фән көнөнә арналған сара
Фән көнөнә арналған сара
Фән көнөнә арналған сара
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас