Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
3 Февраль , 18:30

"Профессионалдар" беренселегенең республика этабы башланды

2–13 февралдә Башҡортостанда “Профессионалдар” Бөтә Рәсәй чемпиондар хәрәкәтенең республика этабы үтә.

"Профессионалдар" беренселегенең республика этабы башланды
"Профессионалдар" беренселегенең республика этабы башланды

2–13 февралдә “Профессионалдар” Бөтә Рәсәй чемпиондар хәрәкәтенең Башҡортостан этабы үтә. Был хаҡта БР Мәғариф һәм фән министрлығы хәбәр итә. Ярыштар “Йәштәр һәм балалар” милли проектына (национальный проект «Молодежь и дети») ярашлы ойошторола.

– Чемпионат урта һөнәри белем биреү системаһы менән эш биреүселәр араһында бәйләнешен булдырырға, сәнәғәт һәм социаль өлкәһендә кәрәккән белгестәр әҙерләүҙе тәьмин итергә мөмкинлек бирә, – тип асыҡлай Башҡортостандың мәғариф министры Илдар Мәүлетбирҙин.

Ярыштар төп йәш категорияһында – 152, «Юниорҙар» категорияһында 42 төр буйынса үтә, уларҙа 750-гә яҡын урта һөнәри белем биреү ойошмаһында уҡыған йәштәр һәм 210 уҡыусы ҡатнаша. Ярыштарҙа уңышлы сығыш яһаған конкурсанттар республика этабында партнер булған предприятиеларға эшкә саҡырылыуы мөмкин, шулай уҡ үҙҙәре һайлаған йүнәлештәр буйынса стажировка үтә ала.

Яңыртылған милли проекттар, РФ Президенты В. В. Путин ҡарары буйынса, былтырҙан тормошҡа ашырыла.

Сығанаҡ: education.bashkortostan.ru

Автор:
Читайте нас