Асҡын үҙәк район дауаханаһына “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына ярашлы, электроэнцефалография (ЭЭЭ) үткәреү өсөн заманса аппарат алынды.
ЭЭЭ – баш мейеһенең электрик әүҙемлеген баһаларға һәм төрлө неврологик тайпылыштарҙы асыҡларға мөмкинлек биреүсе төп диагностика ысулы. Яңы ҡорамал пациенттарға тикшереү өсөн уңайлыраҡ шарттар тыуҙырасаҡ, шулай уҡ һөҙөмтәләрҙе көтөү ваҡыты ла ҡыҫҡарасаҡ.
“Оҙайлы һәм әүҙем тормош” проекты (нацпроект “Продолжительная и активная жизнь”) “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм элекке ҙур ҡоласлы “Демография” проектының ҡайһы бер йүнәлештәрен артабан үҫтерәсәк. Тәү сиратта ярҙам сараларын ғүмер оҙайлығы илдәге уртаса күрһәткестән артта ҡалған төбәктәр һәм ауылдар аласаҡ. Милли проект һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын артабан яңыртыуға йүнәлтелгән, йөрәк-ҡан тамырҙары, онкология һәм диабет сирҙәре менән көрәш буйынса федераль программалар ҙа дауам итәсәк.
Тап ошо мөһим милли проект 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә (артабан 80 йәшкә) тиклем еткереүҙе күҙ уңында тота. Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса яңы милли проект 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.