Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
3 Февраль , 22:00

95 йәшкә етеү — ҙур бәхет!

Урмияҙ ауылында йәшәүсе оло хөрмәткә лайыҡ ағинәй Тәсбиә Хәлил ҡыҙы Туҡтағолованы 95 йәшлек  юбилейы менән ҡотланылар.

95 йәшкә етеү — ҙур бәхет!
95 йәшкә етеү — ҙур бәхет!

Тәсбиә Хәлил ҡыҙын 95 йәшлек юбилейы менән тәбрикләргә район хакимиәте башлығы урынбаҫары Эльза Ҡәҙим ҡыҙы Әхмәтгәрәева, Урмияҙ ауыл биләмәһе башлығы Илшат Үзбәк улы Ирғәлин, балалары, туғандары килә. Улар асыҡ сырайлы, үткер зиһенле, ҡунаҡсыл юбилярға изге теләктәрен еткереп, иҫтәлеккә бүләк тапшыра.

Тәсбиә ағинәй бөгөн балаларының, яҡындарының ҡәҙер-хөрмәтен тойоп, бәхетле ҡартлыҡ кисерә. Йор һүҙле, тормош һөйөүсән хеҙмәт ветераны һәр атҡан таңды һөйөнөп ҡаршылай. 95 йәшлек юбиляр хәтере яҡшы булыуы менән генә түгел, илдәге ваҡиғалар менән хәбәрҙәр булыуы менән дә һоҡландыра. Ул бөгөн дә гәзит-журналдарҙы яратып уҡый.

Тәсбиә Хәлил ҡыҙы  Билгеш ауылында тыуып үҫә. Бала һәм үҫмер сағы һуғыш һәм унан һуңғы ауыр йылдарға тура килә. Тиҫтерҙәре һымаҡ ул да йәшләй баҫыуҙа утау утай, көлтә һуға, бесән саба. Ауырлыҡтарға бирешмәй,  хеҙмәттә сынығып үҫә. Ҡашҡа мәктәбендә уҡый, артабан бухгалтер һөнәрен үҙләштерә. Йәш белгес "Төй" совхозында кассир, артабан Күнгәк бүлексәһендә бухгалтер булып  эшләй. Мәсәллим Туҡтағоловҡа кейәүгә сыҡҡас, Урмияҙ ауылына килен булып  төшә һәм хаҡлы ялға сыҡҡансы урындағы совхозда бухгалтер, магазинда һатыусы, товаровед булып эшләй.

Тәсбиә Хәлил ҡыҙы ислам дине ҡанундары буйынса йәшәгән хөрмәтле ағинәй. Әле лә биш ваҡыт намаҙын ҡалдырмай,  һәр көнөн доға ҡылып үткәрә. Хоҙайҙан именлек, махсус хәрби операцияның Еңеү менән тамамланып, яугирҙарҙың иҫән-имен ғаиләләренә ҡайтыуын, балаларына, ейәндәренә, туғандарына  һәм доға өмөт итеп килгән һәр кемгә ныҡлы сәләмәтлек, тәүфиҡ,  бәхет, бәрәкәтле тормош теләй ул. “Ил-көндәр тыныс булһын да, барлыҡ кешеләр тормоштоң ҡәҙерен белеп йәшәһен”, - ти ул.

Тәсбиә Хәлил  ҡыҙы тормош иптәше менән ике ул  тәрбиәләп үҫтерә. Улдары инде күптән үҙҙәре атай, хатта олатай булып, бәхетле ғүмер  итә. Ә хөрмәтле юбиляр бөгөн 5 ейән-ейәнсәрен, 5 бүлә-бүләсәрен һөйөп ҡыуана. Балалары һәр көн килеп хәлен белеп, ярҙамлашып тора.

Бар ғүмерен фиҙаҡәр хеҙмәттә үткәргән, тормош һынауҙарына бирешмәгән, туғанлыҡ ептәрен нығытып, барыһына ла хәйер-фатихаларын биреп, изге доғаларын уҡып, һәр атҡан таңға шөкөр итеп йәшәгән  тыл ветеранын оло юбилейы менән ҡотлап, артабан да балаларының, туғандарының ҡәҙер-хөрмәтендә йәшәүен, бәхетле ҡартлыҡ кисереүен теләйбеҙ!

95 йәшкә етеү — ҙур бәхет!
95 йәшкә етеү — ҙур бәхет!
Автор: Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас